Әхмәров Ҡ.3. Башҡорт яҙыуы тарихынан - 2012. Страница 75.

яңы алфавитҡа күсеү 1932 йылда тамам булырға тейеш була. Ләкин яңы алфавитҡа күсеү хәрәкәтенең көслө рәүештә йәйе- леүе, үҫеүе һөҙөмтәһендә был план ҡыҫҡартыла. Башҡортостан хөкүмәте яңы алфавитҡа күсеүҙе 1930 йылдың беренсе ғинуа­ рына тамамлау тураһында ҡарар ҡабул итә, һәм был ҡарар Со­ веттарҙың Башҡортостандың 10 йыллыҡ юбилейына арналған VII съезында раҫлана.

Латин хәрефтәре менән китаптар 1928 йылдан сыға башлай. Нәшриәт органдарынан ғәрәп хәрефтәренең нисек сығарыла барыуын түбәндәге таблица76 менән күрһәтергә мөмкин: Йылдар Башҡорт телендә нисә китап баҫтырып сығарылған Ш уларҙан латинлаш­ тырылған алфавит менән ғәрәп алфа­ виты менән 1917 1 — 1 1927 86 — 86 1928 132 18 114 1929 100 37 63 1930 181 148 33 1931 203 199 4 1932 284 284 — Шулай итеп, 1932 йылда инде ғәрәп хәрефе нәшриәттән бөтөнләй ҡыҫырыҡлап сығарып бөтөрөлә.

Башҡорт әҙәби теленең латинлаштырылған алфавит ниге- ҙендәге орфографияһы 1930 йылда төҙөлә һәм ул, Башҡорт­ остан Үҙәк Башҡарма Комитеты Президиумы тарафынан раҫланып, баҫылып сыға77.

Орфография ете бүлектән тора. Беренсе бүлектә башҡорт әҙәби теле орфографияһының дөйөм нигеҙҙәре тураһында әйтелә. Алфавитта 10 һуҙынҡы, 26 тартынҡы, бөтәһе 36 хәреф 76 Исхаҡов Ф. Введение нового алфавита в Башкирии//Алфавит Октября. М.-Л., 1934. 39-сыбит.

77 «Башҡорт теле имләһе». Өфө, 1930. 39-сыбит.

75
Закрыть