Әхмәров Ҡ.3. Башҡорт яҙыуы тарихынан - 2012. Страница 74.

1925—1930 йылдар — алфавитты фәнни эшләү, яңы хәреф­ тәр өсөн шрифтар әҙерләү; булған хәреф йыйыусыларҙың 50 процентын ҡайтанан әҙерләү; II баҫҡыс мәктәптәр һәм юға­ ры уҡыу йорттары өсөн ҡайһы бер дәреслектәр баҫтырып сыға­ рыу; 1931—1935 йылдар — икенсе баҫҡыс мәктәптәр өсөн булған дәреслектәрҙең бөтәһен дә ҡайтанан баҫтырыу; юғары уҡыу йорттары өсөн фәнни хеҙмәттәр, пособиелар баҫтырып сыға­ рыу; беренсе баҫҡыс мәктәп уҡыусыларын яңы алфавит менән таныштырыу; тарих һәм география карталары баҫтырыу; яңы алфавит менән газета, журналдар сығарыу; әҙәби әҫәрҙәр баҫ­ тырыу.

1936—1940 йылдар — юғары уҡыу йорттарын яңалифҡа күсеүгә әҙерләү; бөтә дәреслектәрҙе яңы алфавит менән баҫты­ рыу; мәктәптәрҙә яңы алфавит менән уҡытыуҙы индереү; ғәрәп хәрефе менән уҡыуҙы икенсе баҫҡыс мәктәптәрҙең юғары клас­ тарында ғына ҡалдырыу; газеталарҙы яңы алфавитҡа күсереү.

1940—1941 йылдар — тулыһынса латинға күсеп бөтөү75.

Ләкин бөтә милли республикаларҙа һәм әлкәләрҙә латин хәрефтәренә күсеү хәрәкәтенең көндән-көн көсәйә барыуы был планды емерә. Башҡортостанда ла был хәрәкәт бик көслө була. Бик күп һанда латин алфавиты дуҫтары түңәрәктәре төҙөлә. 1928 йылдың аҙағына инде уларҙың һаны 500-ҙән артып китә, кантондарҙа яңалиф комитеттары ойошторола. Комсомол был әлкәлә актив эш алып бара. БЛКСМ-дың Башҡортостан әлкә комитеты бюроһы 1927 йылдың сентябрендә был хаҡта махсус ҡарар ҡабул итә. Яңалифса уҡый белмәгән бер генә комсомол да булырға тейеш түгел, тигән лозунгыны ҡуя.

1928 йылдың 7 июлендә Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты яңы алфавитты рәсми дәүләт алфавиты итеп ҡарар сығара, һәм Башҡортостанда яңы алфавитҡа күсеүҙең биш йыллыҡ планы төҙөлә. Был план буйынса яңы алфавитҡа күсеү түбәндәгесә билдәләнә: 1. Яңы алфавитты мәктәптәрҙә 1928/29 уҡыу йылынан индерә башларға. 1931/32 уҡыу йылында I—II кластарҙың 100 проценты, III—IV кластарҙың 75 проценты яңы алфавитҡа күсергә тейеш булалар.

2. Бөтә гәзит, журналдар 1932 йылда яңы алфавитҡа бөтөн­ ләй күсеп бөтөргә тейеш булалар. Ҡыҫҡаһы, был план буйынса 75 Башҡортостан Үҙәк дәүләт тарих архивы. Фонд Р-798. № 1505.

74
Закрыть