Әхмәров Ҡ.3. Башҡорт яҙыуы тарихынан - 2012. Страница 73.

к, г өнөнөң ҡалын варианты итеп кенә ҡарайҙар, уларҙың фекеренсә, к, г өндәре нәҙек һуҙынҡылар эргәһендә килһә — нәҙек, ҡалын һуҙынҡылар эргәһендә килһә — ҡалын әйтелә. Шуға күрә тәүге проекттарҙа тс, ғ өндәре өсөн айырым хәрефтәр алынмай. Берләштерелгән төрки алфавитында был өндәр өсөн айырым хәрефтәр алына, шунан инде башҡорт теле алфави­ тында ла алырға булалар. Был турала 1927 йылдың декабрендә Өфөлә булып үткән Беренсе яңалиф конференцияһы ҡара­ рында: хәрефтәрен унификацияға буйһоноп, дүрт шәкелдә ҡалдырырға, тип әйтелә.

Башҡорт теленең рәсми ҡабул ителгән яңы алфавиты Ла а 3t( б Сс ч Q 3d д 3d 3 Ке ч ә %м и Ji и /л Лс к °я XI л Jim м S Jfn н Оо 0 Өө ө 3i% Р Ss С Ь п т ъь ҫ °Uu У Vir В ЗСх X Ъ 2х 3 һ ж и ы t апостроф Беренсе тюркология съезына әҙерлек уңайы менән 1925 йыл­ да Мәскәү яңалиф комитеты тарафынан төҙөлөп, РСФСР Мәға­ риф Халыҡ Комиссариаты эргәһендә үткәрелгән кәңәшмәлә раҫланған план буйынса яңалифҡа күсеү 1945 йылда тамам булырға тейеш була. Был план буйынса яңалифҡа күсеү түбән­ дәгесә билдәләнә: 73
Закрыть