Әхмәров Ҡ.3. Башҡорт яҙыуы тарихынан - 2012. Страница 72.

БЕРЛӘШТЕРЕЛГӘН ЯҢЫ ТӨРКИ ӘЛИФБАҺЫ jta а 3 чб Сс ч 0 3 d Д S е э 9э Ә ■ % ь ь жһ J l И / л Жк к 11 л Жт м J\fn н А Ң Ос 0 Өе Ө 6/D Sf1 6 # 31% р Ss С ш л Т Ша У %- В ЗСх X Ъ сһ 3 Зз ж Ъь ы Әгәр беҙ яңы төрки хәрефтәрендә баш хәреф ҡабул итһәк, был тағы ла шул уҡ дүрт төрлө шәкелде ҡабул итеү тигән һүҙ була. Шуның өсөн дә яңы төрки хәрефтәрендә Европаның иҫке ғәҙәтенән ҡалма «баш хәреф» алынырға тейеш түгел, тибеҙ беҙ», — ти74. Авторҙың баш хәрефтәрҙе алыуға ҡаршы килтер­ гән дәлилдәре менән, әлбиттә, килешеп булмай. Ул ғәрәп алфа­ витының иң ҙур төп етешһеҙлеге итеп шәкелдәр күплеген ала. Шәкелдәрҙең күплеген ғәрәп алфавитының етешһеҙ яҡтары­ ның береһе итеп алып була, ләкин уның төп етешһеҙлеге ул түгел, ғәрәп алфавитының төрки телдәре фонетик системаһына яуап бирмәүе — бына уның төп етешһеҙлеге шул. Баш хәрефтәр Европаның иҫкелек ҡалдығы, тип әйтеүенең дә һис бер фәнни нигеҙе юҡ. Баш хәрефтәр иҫкелек ҡалдығы булған артыҡ шә­ келдәр түгел, яҙыуҙа уларҙың әһәмиәте бик ҙур, улар яҙыуҙың айырым мәғәнәгә эйә булған кәрәкле бер элементы булып иҫәп­ ләнә. (Яңғыҙлыҡ исемдәрҙе уртаҡлыҡ иҫемдәрҙән айырыу һ. б.) ■ ҡ, ғ өндәре өсөн айырым хәрефтәр алыу мәсьәләһендә лә ике төрлө ҡараш була. к, ғ өндәре өсөн айырым хәреф алмау яғында тороусылар ул өндәрҙе айырым фонема итеп иҫәпләмәйенсә, 74 Ғәбитов X. Яңы башҡорт әлифбаһының имләһе тураһында. «Башҡорт аймағы», 1927, № 3, 29-сы бит.

72
Закрыть