Пленумда ҡатнашыусыларҙың күпселеге, шул иҫәптән Башҡортостан вәкилдәре лә, Түрәҡуловтың был тәҡдименә ҡаршы сығалар. Мәҫәлән, Ш. Манатов үҙенең сығышында, ярай, г хәрефен ҙ өнө урынында ҡулланайыҡ, ти, ә башҡорт телендә з өнө менән әйтелә торған һүҙҙәр ҙә бар, уларҙы нисек яҙырбыҙ, ти.
Ысынлап та, был принцип буталсыҡ ҡына тыуҙыра. Мәҫә лән, с (ч) хәрефе башҡорт телендә с өнө хәрефе булып йөрөй икән, ләкин шуның менән бергә ч өнө менән әйтелә торған һүҙҙәр ҙә бар бит, уларҙы нисек яҙырға кәрәк? Пленумда ҡатнашыусыларҙың береһе: «Был алфавиттарҙы берләштереү түгел, ә телдәрҙе бер ләштереү булып сыға», — тип бик дөрөҫ әйткән.
Шунан һуң пленумда баш хәрефтәр мәсьәләһе бик ныҡ бәхәс тыуҙырған. Баш хәрефтәрҙе алыуға ҡаршы кешеләр, ғәрәп алфавитында лә шәкелдәр күплегенән йөҙәп бөткәйнек, әгәр баш хәрефтәрҙе алһаҡ, латин алфавитында лә шәкелдәр күп буласаҡ, тиҙәр.
Бик ҡыҙыу бәхәстәрҙән һуң төрки телдәре өсөн берләштерел гән алфавит ҡабул ителә, һәм ул «Берләштерелгән яңы төрки әлифбаһы» тип атала. Был алфавит 33 хәрефтән тора, баш хәрефтәр алыналар73.
Берләштерелгән алфавит ҡабул ителгәс, башҡорт теленең яңы алфавиты, тағы бер ҡат ҡаралып, рәсми рәүештә ҡабул ителә. Берләштерелгән алфавиттағы хәрефтәр бөтәһе лә үҙгә решһеҙ алыналар. Шуларға тағы башҡорт теленең специфик өндәре өсөн өс хәреф — (ҫ, ҙ, ый) хәрефтәре өҫтәлә.
Шулай итеп, башҡорт алфавиты 36 хәрефтән тора: шуларҙың 10-ы — һуҙынҡы өн, 26-һы — тартынҡы өн хәрефтәре.
Башҡорт алфавитында баш хәрефтәр ҙә алына, ләкин быға ҡаршы килеүселәр ҙә була. Улар, әгәр баш хәрефтәрҙе алһаҡ, ғәрәп алфавитындағы шикелле, шәкелдәр күбәйә, тиҙәр. X. Ғә битов үҙенең «Яңы башҡорт әлифбаһының имләһе тураһында» тигән мәҡәләһендә: «Ғәрәп хәрефтәрен ташлауҙағы төп ауыр лыҡтарҙың берәүһе һәм өлкәне шәкел күплеге булһа, яңы төрки хәрефтәрендә был ауырлыҡты тағы ла ҡабатлауҙан бөтә көсөбөҙ менән һаҡланырға тейешбеҙ.
73 Стенографический отчет первого пленума Всесоюзного центрального ко митета нового тюрского алфавита. М., 1927. 107—151,159—167-се биттәр.