уңыш менән ҡулланыла, шуға күрә ул киләсәктә үҙгәр мәйәсәк», — тиелә. Ләкин ғәмәлдә улай булып сыҡмай. Бөтә Союз Яңалиф үҙәк комитетының 1927 йылдың июнь айында буласаҡ пленумында яңы төрки алфавитын унификациялаш- тырыу мәсьәләһе ҡаралырға тейеш була. Шул уңай менән баш ҡорт алфавиты проекты яңынан ҡаралып, уға күп кенә үҙгәрештәр индерелә, һәм ул айырым брошюра рәүешендә баҫ тырып сығарыла72. Был проект буйынса алфавитҡа -ҡ, ғ өндәре өсөн айырым хәрефтәр алына ( ^ ) тс, ҙ, э, х, ы, о, ө, ҫ, ый, ж өндәренең хәреф шәкелдәре үҙгәртелә. Элекке проектта был өндәрҙең хәрефтәре сЬ, Оу, Һ, i£, Ө,О, t, L,J формаһында алын һа, һуңғы проектта ^ а >еГ> £ 2 формаһында алына.
Бөтә Союз яңалиф үҙәк комитетының 1927 йылдың июнендә үткәрелгән беренсе пленумында яңы алфавитты унификация- лаштырыу мәсьәләһе ҡарала. Пленум ҡарамағына төрлө республикаларҙан, шул иҫәптән Башҡортостандан да, бөтәһе 16 проект килә.
Яңы алфавитты унификациялаштырыу тураһында ике доклад була. Беренсе докладты Әзербайжан вәкиле профессор Чобан-Заде һөйләй. Ул һәр бер өнгә бер хәреф алыу принцибын яҡлай. Икенсе докладты Ҡаҙағстан вәкиле Түрәҡулов яһай. Ул яңы алфавитты ярашлылыҡ һәм сингармонизм закондары нигеҙендә төҙөргә тәҡдим итә. Ярашлылыҡ законы шунан ғибәрәт: мәҫәлән, с (ч) хәрефе алфавитҡа индерелһә лә, ул үзбәк һәм татарҙарҙа ч өнө хәрефе (ҫас-тсач), башҡорттарҙа с өнө хәрефе (ҫас-ҡас), ҡаҙаҡтарҙа ш өнө хәрефе (ҫас-~каш) булып ҡулланылып йөрөргә тейеш. Тимәк, шул бер хәреф икенсе телдәрҙә ниндәй өн хәрефенә тура килә, шул өн хәрефе булып ҡулланыла. Йәки алфавитҡа г (з) хәрефе индерелә лә, шул хәреф башҡорт алфавитында ҙ өнө хәрефе булып ҡулланылырға тейеш.
Сингармонизм законына таянып, Түрәҡулов һуҙынҡы өндәрҙең ҡалындары өсөн дә, нәҙектәре өсөн дә бер генә форма хәреф алырға тәҡдим итә, сингармонизм законына буйһоноп, улар ҡалын һүҙҙәрҙә — ҡалын, нәҙек һүҙҙәрҙә нәҙек уҡылырға тейештәр. Нәҙеклеген күрһәтеү өсөн өҫкә бер нөктә ҡуйырға мөмкин. Мәҫәлән: bul, bul (бул, бүл), Ъъ1, bil (был, бил).
72 Яңы башҡорт әлифбаһы (проект). Өфө, Башҡортостан яңы әлифба нәшере, 1927.
70