Әхмәров Ҡ.3. Башҡорт яҙыуы тарихынан - 2012. Страница 68.

ултырышы 1925 йылдың 25 февралендә була. Ултырышта яңалифты пропагандалау мәсьәләләре ҡарала. Ғилми мәркәз эргәһендәге ваҡытлы яңалиф әлкә комитеты тарафынан төҙөлгән алфавит проектын ҡайтанан ҡарап сығыу өсөн комиссия ойошторола.

Был комиссия алфавит ниндәй принциптарҙан сығып төҙөлөргә тейеш, иң тәүҙә шуларҙы билдәләй: һәр бер өндөң үҙенә махсус хәреф алына; бер хәреф ике өн урынында ҡул­ ланылмай; ҡушма хәрефтәр алынмай; латин алфавитындағы хәрефтәр етмәһә, латин хәрефе ҡулланған башҡа милләттәр әлифбаларынан алына, әгәр ҙә улай ҙа етмәһә, латин алфави­ тындағы хәрефтәр нигеҙендә яңы хәрефтәр яһап алына; шәкелде күбәйтмәүҙе күҙ алдында тотоп, баш хәрефтәр алынмай.

Проект Jta а 3 itб М Сс(ҫ) ч 3)d д 3d3 S е э %(а) ә ь М һ М X J l и Ии(э) ы % Лк к л Jim М Жп н ш ң 0о 0 Өө Ө р S S С J t т п ҫ Hufai) У %и>((1) Ү Vv В һ ы й 2* 3 I I V / .

апостроф Иҫкәрмә. Йәйәләр эсендә щсылыҡ тарафынан тәпсдим ителгән хәреф формалары күрһәтелгән Комиссия алфавит проектында (ҙ ,э ,й ,ш ,ҫ ) формаһында алынған хәрефтәрҙе ® ® J , S. Ь формаһында алырға тәҡдим итә. Яңынан алфавитҡа ике хәреф өҫтәй: й (вау), ъ (апостроф); был алфавит 36 хәрефтән тора. Комиссия­ ның тәҡдимдәре Башҡортостан яңалиф үҙәк комитетының 1925 йылдың 20 март ултырышында ҡабул ителә.

68
Закрыть