Әхмәров Ҡ.3. Башҡорт яҙыуы тарихынан - 2012. Страница 67.

ҡа ашырыуҙы һәр милли республиканың йәки өлкәнең үҙ эше тип ҡарай. Был эштә Әзербайжан һәм башҡа республикалар­ ҙың тәжрибәләрен башҡаларға өлгө итеп ҡуя. Орфография принциптарынан төрки телдәренең үҙенсәлегенә иң яраҡлыһы фонетик принцип тип таныла. Әлбиттә билдәле дәрәжәлә этимологик (морфологик) принцип та иғтибарға алына. Ғәрәп һәм башҡа сит телдәрҙән (Европа телдәренән һ. б.) ингән һүҙҙәр шулай уҡ фонетик принцип буйынса яҙылырға тейеш була69.

Башҡортостанда латинсылыҡ хәрәкәте ныҡлап 1924 йыл­ дарҙа башлана.

1924 йылдың июнендә Ғилми мәркәз латинға күсеү мәсьәлә­ һен тикшереү өсөн махсус йыйылыш үткәрә. Йыйылыш хәҙерҙән үк латин хәрефтәренә күсеүҙе тейеш табып, уны ғәмәлгә ашыра башлау өсөн, түбәндәге сараларҙы билдәләй.

Латин хәрефтәре менән бәләкәй генә бер әлифба китабы баҫтырып сығарырға; латин хәрефтәренә күсеү идеяһын тара­ тыу өсөн Ғилми мәркәз эргәһендә ваҡытлы әлкә комитеты төҙөргә; мәктәптәрҙә латин хәрефтәрен өйрәнеү түңәрәктәре ойошторорға; Республика газеталарында латин хәрефтәренә өйрәтеү мөйөштәре асырға һәм латин хәрефтәре менән лозунгы­ лар баҫырға70. Ваҡытлы әлкә яңалиф комитетына Сәғит Сүн- чәләй, Ғабдулла Шонәси, Әхмәт Хәбиби, Сәғит Рәмиев һәм Ғибад Алпаровтар һайлана.

Ваҡытлы яңалиф әлкә комитеты тарафынан башҡорт теле­ нең латин графикаһы нигеҙендә беренсе алфавит проекты төҙөлә һәм ул комитеттың 1924 йылдың 4 октябрендәге улты­ рышында ҡаралып раҫлана. Был алфавит 10 һуҙынҡы һәм 24 тартынҡы өн хәрефтәренән тора.

Был проектта тс, г өндәре өсөн айырым хәрефтәр алынмай, алфавитҡа индерелгән к хәрефе к һәм пс өндәре, ә g хәрефе г, ғ өндәре хәрефе булып ҡулланылырға тейеш була. Уның ҡарауы, проектҡа башҡорт телендә бөтөнләй ҡулланылмаған щ хәрефе индерелә.

Башҡортостан Халыҡ Комиссарҙары Советының 1924 йыл 6 октябрь ҡарары менән Ғилми мәркәз эргәһендәге ваҡытлы яңалиф әлкә комитеты урынына Башҡортостан яңалиф үҙәк комитеты ойошторола. Был рәсми комитеттың беренсе 69 Курбатов X. Татар теленең алфавит һәм орфография тарихы. Ҡазан, 1960. 74 бит.

70 Башҡортостан Үҙәк тарихы архивы. Фонд Р-798. № 1275.

з* 67
Закрыть