ҡуябыҙ икән, ул саҡта бергә йәшәү, бергә ашау, бәйләнеш һәм башҡа яҡтарҙы иғтибарға алып, һис ғауғаһыҙ рус хәрефтәренә күсергә кәрәк. Ул беҙгә үҙләшкән, революцияға тиклем үк док тор М. Ҡулаев тарафынан эшләнгән алфавитты ҡабул итһәк, был иң дөрөҫ һәм төплө килеш буласаҡ, ти.
Ғибад Ал паров, латин хәрефтәре файҙаһына килтерелгән дәлилдәр нигеҙһеҙ, беҙҙә реформалы хәреф бар, ул һәйбәт, латин хәрефтәренең кәрәге юҡ, ти.
Шулай ҡыҙыу бәхәстәрҙән һуң йыйылыш күпселек менән латинға күсеүҙе кәрәкле таба һәм был юлда планлы эш алып барыу тураһында ҡарар ҡабул итә67. Латинға ҡаршы шундай айырым сығыштар булыуға ҡарамаҫтан, латинсылыҡ хәрәкәте милли республика һәм әлкәләрҙә көндән-көн көсәйә бара. Бигерәк тә 1926 йылдың февраль айында Баҡыла үткәрелгән беренсе төркиәт съезынан һуң көсәйеп китә. СССР Үҙәк Баш ҡарма Комитетының 1927 йылдың 11 май ҡарары менән Бөтә Союз яңы алфавит үҙәк комитеты төҙөлә. Комитеттың предсе дателе итеп С. Ағамалы оғлы билдәләнә. Комитеттың соста вына Әзербайжан, Дағстан, Тажикстан, Ҡаҙағстан, Татарстан, Башҡортостан һ. б. милли республика һәм әлкәләрҙән вәкилдәр индерелә.
Тюркология съезына Советтар Союзының барлыҡ респуб лика һәм әлкәләренән тыш, сит илдәрҙән — Төркиә, Венгрия һәм Германиянан да вәкилдәр, күренекле төркиәтселәр килә. Съезға Башҡортостандан да бер нисә кеше бара. Съезда төрки- әткә бәйле бик күп мәсьәләләр менән бер рәттән алфавит һәм орфография мәсьәләһе лә көн тәртибенә ҡуйыла. Был һуңғы мәсьәлә буйынса съезда бик ҡыҙыу бәхәс бара. Латин алфа витына күсеүҙе яҡлап сығыусылар менән бер рәттән ҡаршы сығыусылар ҙа була. Мәҫәлән, Татарстандан күренекле телсе Ғәлимйән Шәрәф латин алфавитын ҡабул итеүгә ҡаршы була68.
Бик ҡыҙыу бәхәстәрҙән һуң тюркология съезы алфавит һәм орфография тураһында түбәндәге ҡарарға килә.
Съезд яңы алфавиттың төрки телдәр өсөн һәр яҡлап уңай икәнен билдәләп үтә, был алфавитҡа күсеүҙе һәм уны тормош - 67 Башҡортостан Үҙәк дәүләт тарих архивы. Фонд 3. Опись 9. № 6. 17— 30-сы биттәр.
68 Шараф Г. К вопросу о принятии для тюркских народностей латинского шрифта // Вестник научного общества Татароведения. 1926 г. 64-се бит.
66