етешһеҙлектәрен фәнни яҡтан асып бөтөрә алмаған, шуға ҡара маҫтан йыйылышта ҡатнашыусыларҙың күпселеге, мәҫәлән, X. Ҡушаев, Ғ. Ҡасимов, X. Ғәбитов, Ш. Чураев, Чурағолов, Э. Хәбиби һ. б. латин хәрефтәренә күсеүҙе яҡлап сығыш яһай ҙар.
Ғазим Ҡасимов латинға ҡаршы кешеләрҙе бер нисәгә бүлә: а) динселәр, былар, Ҡөрьәнде латин хәрефтәре менән яҙып булмай, дин боҙола, тиҙәр; б) милләтселәр — латин хәрефебеҙҙе ситтәрҙән йоттора, милләт һәләк була, тип илаусылар; в) рефор мистар — ғәрәп хәрефен төрлө яҡтан уңайлатабыҙ, уңайлы ул, тиеүселәр; г) латинға, нигеҙҙә, ҡаршы түгел, ләкин хәҙергә мөмкин түгел, тип ҡурҡыусы лар; д) латин хәрефтәрен тормошҡа үткәреүҙә халыҡтан ҡурҡыусылар, халыҡ мулла ҡулында, уларҙың психологияһы латин хәрефе кеүек бер үҙгәреште ҡабул итә алмай, тип күтәрелеүселәр. Ғазим Ҡасимов латинға ҡаршыларҙы шулай биш төркөмгә бүлә лә өсөнсө төркөмгә Ғибад Алпаровты, дүртенсе төркөмгә Ғәлимйән Ибраһимовты, бишенсе төркөмгә Әхмәт Абдуллинды индерә.
Йыйылышта ҡатнашыусыларҙың ҡайһы берҙәре латинға күсеүҙе бик артыҡ баһалап та ҡуялар. Мәҫәлән, Н. Янбарисов, Германия хөкүмәте үҙенең мәҙәниәте менән бөтә донъяны үҙ шауҡымына алыу фекеренә килгәс, үҙҙәренең хәрефтәрен таш лап, латин хәрефен алырға мәжбүр булды һәм шуның менән ҙур муаф фаҡыят ҡаҙанды, ти. Н. Янбарисов фекеренсә, латин хәрефтәре бөтә донъяны үҙ шауҡымына алыуҙа көслө ҡорал булып тора, бөтә донъяны үҙ шауҡымыңа буйһондорорға теләһәң, латин хәрефтәре ҡабул итергә кәрәк булып сыға.
Йыйылышта Мәжит Ғафури, Ғибад Алпаров, Әхмәт Абдул лин, Муса Ысмаҡовтар латин хәрефен алыуға ҡаршы сығалар. М. Ғафури, мин латин ҡабул итеүгә ҡаршы, ғәрәп хәрефтәре яҡлы булыуҙы дин менән бутамаһындар, беҙҙе динсе тимәксе булалар, мин үҙем ғәрәпсе, ләкин 20-се йылдан бирле динһеҙ мен. Латин хәрефтәрен массовый итеү өсөн зәминдәр (ерлек.— Ҡ. Ә.) әҙерләргә кәрәк, латин хәрефтәре менән яҙғанды уҡы маясаҡтар, ти. Ьуңынан ул, әлбиттә, үҙенең был фекеренән кире ҡайта.
Муса Ысмаҡов, латинды тормошҡа ашырыу ул ҡоро хыял, беҙ латинға күсеү менән бик күп нәмә юғалтабыҙ, берҙән, төрөктәрҙән айырылыу була; икенсенән, был эштә алға киткән булып, аҡһап ҡалып, 20—30 йылдан һуң кире артҡа ҡайтырға тейеш буласаҡбыҙ. Яңы хәрефкә күсеү мәсьәләһен ҡәтғи 3 - 1.0035 12 65