Әзербайжан артынса башҡа милли республикаларҙа ла латинсылыҡ хәрәкәте көсәйә башлай. Урындарҙа яңалиф коми теттары төҙөлә. Ҡайһы бер республикаларҙа (мәҫәлән, Үзбәк- станда, Ҡырымда, Татарстанда һ. б.) был хәрәкәт ныҡ ҡаршы лыҡтарға осрай. Татарстанда 83 кеше ҡул ҡуйып, партия Үҙәк Комитетына хат та яҙалар.
Башҡортостанда латинға ҡаршы ойошҡан рәүештә сығыш тар булмаһа ла, айырым фекерҙәр булғыланы. 1926 йылдың апрелендә Өфө ҡалаһындағы яуаплы эшселәрҙең, мәҙәниәт, сәнғәт хеҙмәткәрҙәренең дөйөм йыйылышы булып, латинға күсеү мәсьәләһе ҡарала. Ике доклад ҡуйыла. Латинсылар исе менән докладты Кәрим Иҙелғужа яһай. Ул үҙенең докладында ғәрәп хәрефтәренең күп етешһеҙлектәре булғанын әйтә: ғәрәп хәрефтәрендә шәкелдәр бик күп, полиграфия эшендә бик уңайһыҙлыҡ килтерә; фәнни китаптарҙы (алгебра, геометрия) ғәрәп хәрефтәре менән яҙып булмай, бөтә фәнни билдәләр латинса йөрөтөләләр, телеграф, стенография өсөн ғәрәп хәреф тәре яраҡһыҙ, ноталар яҙып булмай; уңдан һулға яҙыу күреүгә һәм иғтибар менән эшләүгә ҙур зарар килтерә; яҙыу машина лары ҡулланыуҙы уңайһыҙлай һ. б. Латин хәрефтәренең халыҡ-ара әһәмиәте бар, ул һәр бер мәҙәниәтле милләт тарафы нан ҡулланыла; латин хәрефтәре менән яҙыуға тиҙ өйрәнеп була.
Ғәрәп хәрефтәрен яҡлап Ғәлим Айҙаров доклад яһай. Ул үҙенең докладында ғәрәп хәрефен ҡалдырыуҙы ҡеүәтләп, түбәндәге фекерҙәрҙе әйтә: Кәрим Иҙелғужа уңдан һулға яҙыу ғәйре тәбиғи тимәксе була, юҡ, улай түгел. Әгәр ҙә беҙ тәбиғәтте алып ҡараһаҡ, Ер шары ла уңдан һулға әйләнә бит. Ғәрәпсә яҙылған һүҙҙәр латин хәрефтәре менән яҙылған һүҙҙәргә ҡара ғанда аҙ урын алалар. Уҡығанда ғәрәп хәрефтәрен күҙ тиҙ ала, уны күҙҙең ҡырыйы менән дә уҡып була, латинға ҡарағанда тиҙерәк уҡыла, ғәрәп хәрефтәренең шәкеле күп, шуға күрә уҡырға еңел. Ғәрәпсә тиҙ яҙыла, стенография кеүек ул. Кәрим Иҙелғужа нота мәсьәләһен ҡуя, ноталар хәрефтәр менән яҙыл май, һыҙыҡтар менән яҙыла. Латинға күсһәк, бөтә халыҡты грамотаһыҙ яһарға кәрәк, был наҙанлыҡты бөтөрөү өсөн тағы ла 20 йыл кәрәк буласаҡ, быға ни тиклем аҡса әрәм китер. Өс төрлө хәреф уҡырға тура киләсәк. Революциянан һуң сыҡҡан китаптарҙы ташларға йәки күбеһен латинға күсерергә тура киләсәк. Латинға күсеү мөмкин түгел, юҡ эш ул, ти. Әлбиттә, Кәрим Иҙелғужа үҙенең докладында ғәрәп алфавитының 64