Әхмәров Ҡ.3. Башҡорт яҙыуы тарихынан - 2012. Страница 62.

III БАШҠОРТ ӘҘӘБИ ТЕЛЕНЕҢ ЛАТИН ГРАФИКАҺЫ НИГЕҘЕНДӘ ТӨҘӨЛГӘН АЛФАВИТЫ ҺӘМ ОРФОГРАФИЯҺЫ Ғәрәп алфавитына Октябрь инҡилабына тиклем дә, инҡи­ лаптан һуң да реформа артынан реформа индереп торолғанын беҙ алда күреп үттек. Ләкин ни тиклем генә реформа индерел­ мәһен, ул төрки телдәренең, шул иҫәптән башҡорт теленең, фонетик системаһына тулыһынса яуап бирә алманы. Шуның өсөн уны ниндәй ҙә булһа бүтән алфавит менән алмаштырырға кәрәк ине.

Ғәрәп алфавитының төрки телдәре өсөн яраҡһыҙ булыуын, уны башҡа төрлө алфавит менән алмаштырырға кәрәклеген төрки халыҡтары араһында тәү башлап бөйөк әзербайжан яҙыусыһы Мирза Фатали Ахундов (1812—1878) күтәреп сыға. Ул бер-бер артлы дүрт төрлө проект тәҡдим итә. Шул проект­ тарҙың икеһен ул рус һәм латин графикалары нигеҙендә төҙөй. Ғәрәп алфавитының һәм шуның нигеҙендә төҙөлгән орфогра­ фияның етешһеҙлектәре тураһында китаптар яҙа61.

Татарҙар араһында латин хәрефтәренә күсеү мәсьәләһен тәү башлап шағир Сәғит Рәмиев (1880—1926) ҡуҙғата. Ул 1911, 1912 йылдарҙа Эстрханда сыға торған «Идел» газетаһында был хаҡта мәҡәләләр яҙа һәм татар әҙәби теле өсөн латин графикаһы нигеҙендә алфавит проектын төҙөй62.

61 Абдуллаев И. Әзербайжан яҙыуы тарихы. Баку, 1951. Кандидатлыҡ дис­ сертацияһы (ҡулъяҙма).

62 Сәгыйть Рәмиев мәкаләләре: Мөхәмәтшакир вә Мөхәмәтзакир Рәмиевлар тарафынан иждд вә тәрсим улынган аерым-аерым хәрефләргә бер нәзар. «Идел», 1911, 3 июнь; Ник бутыштыралар икән? // «Идел», 1912, 29 май.

62
Закрыть