20. Шулай уҡ төбәмә һүҙҙәрҙең тойоҡ ялғауҙары менән төр ләнеү формаларын татар теленә эйәртеп, ошо көнгә саҡлы ярым-ярты (был — мыңа, мыны, мында; ул — уңа, аны, анда; ошо — ошоңа, шуна, ҡайҙа, бына, быны кеүек) яҙылып килһә лә, бынан һуң төбәмә һүҙҙәрҙе исем, сифат, һан һүҙҙәренең тойоҡ ялғауҙары менән төрләнеү формаһына эйәртеп (был — быға, быны, бында; ул — уға, унан, уны, унда; ошо — ошоға, ошоно, шуға кеүек) яҙылыр59.
Был орфография ғәрәп графикаһы нигеҙендә төҙөлгән орфо графияларҙың иң һуңғыһы һәм Башҡортостан хөкүмәте тара фынан раҫланған берҙән-бер орфография булып иҫәпләнә. Быға тиклем төҙөлгән орфографиялар тик Башҡортостан Мәғариф Халыҡ Комиссариаты эргәһендәге Ғилми мәркәз ҡарамағында сығарылып киләләр, уларҙың береһе лә хөкүмәт органдары раҫ лау ына индерелмәй.
Һуңғы орфография, быға тиклем баҫылып сыҡҡан орфогра фияларға ҡарағанда, әлбиттә, тулыраҡ төҙөлгән, бында баш ҡорт теленең үҙенсәлеге күберәк иҫәпкә алына. Мәҫәлән, сингармонизм законы, ҫ, һ өнө хәрефтәренең яҙылышы кон крет лаштыры ла, һүҙ аҙағында һаңғырау һәм яңғыраулы өн хәрефтәренең яҙылышы һ. б. Ләкин ғәрәп алфавитының баш ҡорт теленең фонетик системаһына тулыһынса яуап бирә алмауы башҡорт теленең бөтә үҙенсәлектәрен сағылдырыусы орфография төҙөргә мөмкинлек бирмәй. Шуға ҡарамаҫтан, ғәрәп хәрефтәре нигеҙендә төҙөлгән башҡорт әҙәби теленең алфавиты һәм орфографияһы үҙ заманында башҡорт яҙыуы үҫешендә билдәле дәрәжәлә ыңғай роль уйнаны. Башҡорт телендә беренсе гәзит, журналдар сыға башланы. Башланғыс мәктәптәр өсөн бөтә фәндәрҙән дәреслектәр төҙөлөп, баҫтырып сығарылды.
V—VII кластар өсөн башҡорт теленең беренсе граммати каһы — морфологияһы һәм синтаксисы — яҙылды. Мәҫәлән, 1923—1927 йылдарҙа башҡорт телендә бөтәһе 34 дәреслек баҫылып сыға60. Башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәре тәү башлап шул ғәрәп хәрефтәре менән баҫылып сыға. Халыҡтың грамота- лылығы байтаҡ күтәрелә.
69 «Белем». 1928, № 5—6. 43—45-се биттәр. Был орфография ҡағиҙәләре Ғәббәс Дәүләтшин менән Ғөмдә Хәбиров тарафынан төҙөлгәндәр.
60 Башҡортостан Үҙәк дәүләт тарих архивы. Фонд Р-798, № 1939.
61