Әхмәров Ҡ.3. Башҡорт яҙыуы тарихынан - 2012. Страница 6.

ИКЕНСЕ СЫҒАРЫЛЫШҠА ИНЕШ ҺҮҘ Ҡасим Закир улы Эхмәровтың исеме башҡорт тел ғилеме тарихы менән тығыҙ бәйләнгән һәм күп һанлы хеҙмәттәренең әһәмиәте бөгөнгө көндә лә баһалап бөткөһөҙ.

Ҡасим Әхмәрҙең «Башҡорт әҙәби теленең алфавиты һәм орфографияһы тарихы» хеҙмәте 1967 йылда уҡ баҫырға әҙер­ ләнгән була. Авторҙың һәм яуаплы мөхәррирҙең вафат булыуы һәм башҡа сәбәптәр арҡаһында уны баҫтырып сығарыу оҙаҡҡа һуҙыла, бары тик 1972 йылда ғына донъя күрә. Бөгөн был һирәк библиографик баҫма башҡорт тел ғилемендә генә түгел, дөйөм төрки тел ғилемендә лә мөһим урын тотҡан хеҙмәттәрҙең береһе. Монография «Башҡорт яҙыуы тарихынан» тип аталһа ла, Ҡасим Әхмәр яҙманың кешелек тарихында тотҡан урынын, төрки халыҡтарының яҙыу тарихын да ентекле тикшерә.

Был сығарылышҡа Ҡ. 3. Эхмәровтың биографияһы, хеҙмәт­ тәренең исемлеге, башҡорт яҙыуына ҡағылышлы ҡайһы бер материалдар үрнәктәре лә өҫтәп бирелде.

Закрыть