Әхмәров Ҡ.3. Башҡорт яҙыуы тарихынан - 2012. Страница 58.

һаҡланырға тейеш ине. Ләкин унда ла беҙ һүҙҙәр яҙылышында төплө бер принцип күрмәйбеҙ. Айырыуса с, ҫ, һ өндәре яҙылышында буталсыҡ тулып ята. Мәҫәлән: сәсһәң аҙыҡ ҡабырһың, сәсмәҫәң ни ҡабырһың (17-се бит), яһалған телмәр, яҫалған исем; сағыштырыу, һағыштырыу; сандуғас, һандуғас; еҫ, ес һ. б. Шунан һуң һүҙҙәрҙең иренләшеү законы яҙыуҙа бер урында һаҡлана, икенсе урында һаҡланмай. Хатта бер үк һөйләмдә бер үк һүҙ ике төрлө яҙыла. Мәҫәлән: «Мынау һуҙ төркмдәрендэге сифат исмдәрҙң тойоҡ ялғауы оҡшаш­ тарына ҡарай бр нисэ төркмгэ айртрға һәм ялғауһыҙҙарн бер төркмгэ ҡуйб, төркмләтб яҙрға, шунан һуң тойоҡ уҙгәрш- тэрн байҡатырға кәрәк». (Орфографияһы үҙгәртмәй күсерелә, 65-се бит.) Бына бында тойоҡ һүҙендә иренләшеү законы һаҡлана, ә төркөм һүҙе яҙылышында һаҡланмай.

1925—1927 йылдарҙа инде латин алфавитына күсеү хәрә­ кәте бик көсәйгән була. Латин алфавиты нигеҙендәге орфо­ графия ҡағиҙәләре проекты төҙөлә, быны төҙөгәндә төп принцип итеп фонетик принцип алына. Шулай итеп, ике алфа­ вит һәм икеһе ике төрлө принципта төҙөлгән орфография ҡулланып йөрөтөлә башлай. Был хәл буталсыҡ тыуҙыра. Шуға күрә 1927 йылдың декабрь айында Өфөлә үткәрелгән яңалиф һәм имлә конференцияһы, «хәҙерҙән үк ғәрәп әлифбаһы менән яҙыла торған имләне яңы әлифба имләһендәге ҡағиҙәләргә буйһондороп ҡулланыу юлын тоторға», тигән ҡарар сығара.

Шул ҡарарҙы ғәмәлгә ашырыуҙың башланғысы итеп, дәрес­ лектәр яҙыусы коллективтарҙың 1928 йылдың 15 февралендә Башҡортостан Мәғариф Халыҡ Комиссариаты эргәһендә үткә­ релгән киңәйтелгән ултырышы шундай ҡарар ҡабул итә: «Иҫке әлифбанан яңы әлифбаға күсеү осоронда йәштәрҙе фонетика нигеҙенә ҡоролған имлә менән яҙырға күнектереү, яңы әлиф­ баға күсеүҙе еңеләйтәсәген иғтибарға алып, дәреслектәрҙең имләһен Башҡортостан дәүмәлендәге Беренсе яңалиф конфе­ ренцияһы ҡабул иткән ҡарарға муафиҡ яҙырға».

Ошо ҡарарҙарға таянып, 1928/29 уҡыу йылына ғәрәп хәрефтәре менән баҫыла торған дәреслектәр өсөн ваҡытлы орфография ҡағиҙәләре төҙөлә. Был ҡағиҙәләр Башҡортостан Мәғариф Халыҡ Комиссариаты тарафынан саҡырылған телсе­ ләр йыйылышында ҡаралып ҡабул ителә, һәм улар 1928 йыл­ дың 12 апрелендә Башҡортостан хөкүмәте тарафынан раҫлана58.

58 Башҡортостан Үҙәк дәүләт тарих архивы. Фонд Р-798. № 1939.

58
Закрыть