Әхмәров Ҡ.3. Башҡорт яҙыуы тарихынан - 2012. Страница 57.

орфографияла башҡорт теленең үҙ һүҙҙәре яҙылышы күпсе­ лектә морфологик принципта алына. Мәҫәлән, ябыҡ ижектәрҙә ы-е яҙылмау — аҡл, алм); о-ө өндәре хәрефтәренең беренсе ижектә генә яҙылыуы — бөре, ҡоры һ. б.).

Киреһенсә, рус әҙәби теле аша ингән һүҙҙәрҙең яҙылышы фоне­ тик принципта алына. Был турала: «Сит телдән ингән һүҙҙәр башҡорт теленә әйләндерелеп, телебеҙҙең тәбиғәтенә (һөйләү теленә) эйәртеләләр — сәуит, кәмитәт, бушта, буйыҙ, барауыҙ, яраплан, биксел, башбрт һ. б.55 Шулай итеп, бер-бер артлы орфографиялар сығып тора. Ләкин быларҙың береһе лә башҡорт телендә дөрөҫ яҙыуҙы урынлаштыра алмай, сөнки уларҙың үҙҙәрендә төплө төҙөк бер принцип булмай, башҡорт теленең үҙенсәлектәре тулыһынса иғтибарға алынмай, ҡағиҙәләр бик өҫтөн генә эшләнгәндәр. Икенсенән, ғәрәп алфавиты үҙе башҡорт теленең фонетик системаһына яуап бирә алмағанлыҡтан, уның нигеҙендә, ғөмү­ мән, башҡорт телендә дөрөҫ яҙыуҙы тәьмин иткән орфография төҙөп булмай. Бына шулар бөтәһе лә ул ваҡыттағы матбуғатта яҙыуҙа төрлөлөк тыуҙыралар, һүҙҙәр һәм уларҙың киҫәктәре яҙылышында бер төрлөлөк булмай, бер үк һүҙ бер нисә төрлө яҙып йөрөтөлә. Шуның өҫтөнә рус теленән ингән һүҙҙәр боҙоп яҙыла. Мәҫәлән, шул орфографиялар нигеҙендә баҫтырып сығарылған термин китаптарында рус һүҙҙәре түбәндәгесә алынған: — валут (валюта), — ызбут (взвод), — янараллы (генеральный), — дүбләкәт (дубликат), С — кәпитәнсә (квитанция), { — бакуннай (погон­ ный), ptibLj — сиклатар (секретарь), ^ — усаска (участок), t2L~> — сик (чек), ,*L£S — ыштам (штамп), — синауник (чиновник), — йәсәйкә (ячейка) һ. б.56 Ошо орфографиялар нигеҙендә 1925 йылда башҡорт теленең беренсе грамматикаһы яҙылып, баҫтырып сығарыла57. Грам­ матика дәреслектәрендә, бигерәк тә яҙыуҙа, бер төрлөлөк 55 «Башҡорт теле имләһе», Өфө, 1925 йыл, 27-се бит.

56 «Эш атамалары (терминдары)». Өфө, 1927. Башҡорт телен ғәмәлгә ҡуйыу комиссияһы һәм БХМК эргәһендәге Ғилми мәркәз ҡарамағында сығарылған.

57 Ғәбитов X., Таһиров М., Хангилдин Вилданов Ғ. Башҡорт теленең сарыфы. Өфө, 1926 йыл. Ғилми үҙәк ҡарамағында баҫыла.

57
Закрыть