Әхмәров Ҡ.3. Башҡорт яҙыуы тарихынан - 2012. Страница 56.

Орфография 32 параграфтан тора. Бында алты һуҙынҡы хәреф алына (J, £ «у» £,*!. I* а, з, о, у, е, и ); б өнө шикле өн исе­ ме менән атап йөрөтөлөп, яп, куп һымаҡ һүҙҙәр яб, куб форма­ һында яҙылырға тейеш була. Ғәрәпсәнән ингән һүҙҙәр з менән яҙылып, башҡорт теленең үҙ һүҙҙәренән дә ҡайһы берҙәренең з менән яҙылырға тейеш икәнлеге әйтелә (мәҫәлән, ызылдай, бызылдай, зәңгәр, зыуылдауыҡ һ. б.). Ғәрәпсәнән ингән һүҙҙәр ж менән әйтелһә лә, щ менән яҙыла хуж,а, йәмә­ ғәт); ч хәрефе алынмай, рус әҙәби теле аша ингән һүҙҙәр с менән яҙылырға тейеш була (JLJ^ — синауник).

Был орфографияла төп моменттар бына ошолар. Бында ғәрәп теле грамматикаһы һәм орфографияһының йоғонтоһо ла барлығын күрәбеҙ. Мәҫәлән, һүҙҙәрҙең аҙағында б яҙылыу, терминдарҙың ғәрәпсә алыныуы, мәҫәлән, изафә ғәләмәте (эйәлек килеш ялғауы), мәфғүлен биһ ғәләмәте (төшөм килеш ялғауы) һ. б.

«Башҡортса яҙыу ҡоралы»нда күплек ялғауҙары дүрт төрлө алына. Был ялғауҙарҙы үҙгәртеү мәсьәләһе ҡуҙғатылып, 1924 йылдың ноябрендә Ғилми мәркәз янында махсус йыйылыш үткәрелә. Йыйылышта күплек ялғауҙарын юрматы­ лар телендәгесә ҡабул итеү кәрәклеге тураһында Д. Юлтый доклад яһай. Ул үҙенең докладында «Башҡортса яҙыу ҡоралы»ның күплек ялғауҙары яҙылышы тураһындағы ҡағиҙәһен үҙгәртергә кәрәклеген әйтә. Дауыт Юл тыйҙың был тәҡдиме йыйылышта ҡатнашыусылар араһында ҡыҙыу бәхәс тыуҙыра. Мәсьәлә ике диалект вәкилдәренең тартышына әйләнеп китә. Дауыт Юлтый һ. б., әҙәби телдең орфография ҡағиҙәләрен төҙөгәндә юрматы диалекты нигеҙ итеп алынырға тейеш, тиҙәр. Ғ. Вилданов һәм башҡалар, ҡыуаҡан диалектын­ да һөйләүселәр күберәк, шуға күрә ҡыуаҡан диалекты нигеҙ итеп алынырға тейеш, тиҙәр. Ләкин күпселек үҙгәртмәү яғында була. Йыйылыш күплек ялғауҙары яҙылышы тураһында ҡағиҙәне үҙгәртмәҫкә, «Башҡортса яҙыу ҡоралы»ндағы ҡағиҙә­ ләрҙе хөкүмәт органдары тарафынан раҫлатып, рәсмиләш- терергә һәм матбуғатта шуны ҡулланырға мәжбүр итергә, тигән ҡарар ҡабул итә54.

1925 йылда Ғилми мәркәз ҡарамағында «Башҡорт теле имләһе» исеме менән тағы яңы орфография баҫылып сыға. Был 54 Башҡортостан Үҙәк дәүләт тарих архивы. Фонд Р-798. № 128-1.

56
Закрыть