Әхмәров Ҡ.3. Башҡорт яҙыуы тарихынан - 2012. Страница 55.

Был орфография 30 параграфтан тора. Бындагы ҡағиҙәләр башҡорт теленең үҙенсәлегенән сығып, ныҡлап тикшереп ғилми нигеҙҙә эшләнмәгән. Мәҫәлән, шундай ҡағиҙәләр бар: татар телендәге с өнө башҡортсала һөр ваҡыт һ өнөнә алышына (§ 2). Башҡортсала сит һүҙҙән кергән n-не күп ваҡытта б алыш­ тыра: балкавник, барк (полковник, парк). Төрөк һүҙендәге б өнө күп ваҡытта м өнөнә алышына: борон — морон, боҙ — моҙ (§ 20). Татарсалағы иде, диде һүҙҙәре башҡортсала ине, тине булып йөрөй (§ 5). Башҡорт телендә ч, ц юҡ, с, й йөрөй: насаль- ник, йөмһүриәт, тик башҡорт шиүәһенә кереп үҙләшеп бөтмә­ гән һүҙҙәрҙә ж хәрефе ҡала: ижтиһад (§1). Башҡорт һүҙҙәрендә ике л йәнәшә килһә, һуңғы л d-ға әйләнә: мулла — мулда, сәллә — сәлдә, мәллә — мәлдә (§ 4). Әгәр башҡорт һүҙенең ахы­ рында д хәрефе артынан т хәрефе килһә, д т-ға алышына: ядтау — яттау (§ 6). Аҙаҡтан шундай иҫкәрмә бирелә: башҡорт телендәге башҡа үҙгәрештәр тураһындағы ҡағиҙәләр төрөк- татар һүҙенең ҡағиҙәләре менән бер.

Был ҡағиҙәләрҙең һәр береһе бик күп һорауҙар, бәхәстәр тыуҙыра. Мәҫәлән, төрөк телендәге б башҡортсала күп ваҡытта м өнөнә алышына, тип әйтелә. Ә бәрән, билбау һ. б. шуның һымаҡ бик күп һүҙҙәрҙә алышынамы, юҡмы? Башҡорт һүҙҙә­ рендә ике л йәнәшә килһә, һуңғы л <?-ға әйләнә, тиелә. Ике л әйтеп йөрөтөлгәс, ни өсөн д-ға әйләндереп яҙыла, илле, илленсе һәм башҡа шуның кеүек һүҙҙәрҙә лә шулай л өнө d-ға әйләнде­ реп яҙыламы? Ҡағиҙә буйынса шулай була инде: илде, илденсе. Шунан һуң иҫкәрмә бик ҡыҙыҡ: башҡорт телендәге башҡа үҙгәрештәр тураһындағы ҡағиҙәләр төрөк-татар һүҙенең ҡағи­ ҙәләре менән бер, тиелә. Ә «Төрөк-татар һүҙе ҡағиҙәләре» тигәнде нисек аңларға?

1924 йылда башҡорт әҙәби теле орфографияһының яңы проекты төҙөлә.

Был проект Ғилми мәркәз эргәһендәге орфография комис­ сияһы тарафынан 1924 йылдың мартында ҡаралып раҫлана. Проект буйынса һүҙ яһаусы һәм үҙгәртеүсе бөтә ялғауҙар дүрт бөгөлөш законы буйынса яҙылырға тейеш була. Ләкин орфо­ графия комиссияһы быға үҙгәреш индереп, яһаусы ялғауҙарҙы дүрт бөгөлөш законына буйһондормайынса, бер генә төрлө яҙыу тураһында ҡарар ҡабул итә.

Был орфография «Башҡортса яҙыу ҡоралы» исеме менән бер ни тиклем өҫтәлеп, 1924 йылда айырым брошюра рәүе­ шендә баҫылып сыға.

55
Закрыть