Әхмәров Ҡ.3. Башҡорт яҙыуы тарихынан - 2012. Страница 54.

параграф бирелә (§7), ул параграфта һуҙынҡы өн хәрефтәренең бөтә урында ла төшөрөлмәй яҙылыуы тураһында әйтелә. Ҡал­ ған параграфтарҙа һуҙынҡы өн хәрефтәре ҡайҙа, нисек яҙы­ лыуы тураһында түгел, ә уларҙың формалары (шәкелдәре) тураһында һүҙ бара. Мәҫәлән, оҙон өтөр (->) һүҙ башында килһә, у формаһында яҙыла һ. б.

Тартынҡы өн хәрефтәренә ҡарата ла бер генә параграф бирелә (беренсе бүлек, §6). Унда руссанан ингән һүҙҙәрҙә i (ҡ), л. (ғ) хәрефтәре яҙылмау тураһында әйтелә: <iJ*T (гәзитә), (камисар), ә (ғәзитә), (ҡамисар) тип яҙыу дөрөҫ түгел. Яҙыуҙа осрай торған бөтә моменттар орфография­ ның икенсе бүлегендәге беренсе параграф нигеҙендә хәл ите­ лергә тейеш була. Унда башҡорт теленең үҙ һүҙҙәре лә, сит тел­ дәрҙән ингән һүҙҙәр ҙә «һөйләшкәндә ҡалай ишетелһәләр, яҙыуҙа ла шулай ишетелгәнсә» яҙылырға тейешлеге хаҡында әйтелә. Орфографияның төп ҡағиҙәһе «нисек һөйләйһең, шу­ лай яҙыуға» ҡайтып ҡала.

Был алфавит һәм орфография 1923 йылдың декабрендә орфография комиссияһы тарафынан ҡабул ителә. Шунан ул 1924 йылдың ғинуарында Башҡортостандағы яуаплы эшселәр­ ҙең йыйылышы ҡарамағына ҡуйыла. Был йыйылыш та орфо­ графияны раҫлай, тик етенсе параграфҡа төҙәтмә индерә. Был төҙәтмә буйынса J (э, е) хәрефе һүҙҙең мәғәнәһенә зарар кил- мәҫлек урындарҙа яҙылмаҫҡа тейеш була: (бҙ, һҙ, бирб — беҙ, һеҙ, биреб).

Ошо үҙгәреш менән был орфография 1924 йыл «Яңы юл» журналында баҫылып сыға52.

Шуның артынса уҡ «Белем» журналында «Башҡорт шиү­ әһендә яҙыу, һөйләшеү өсөн белергә тейешле булған төп ҡағи­ ҙәләр» исеме менән тағы бер орфография баҫыла53. Быныһы Ғилми мәркәз янындағы орфография комиссияһының ағзаһы Ғәбделәхәт Вилдановтың ҡултамғаһы менән сыға. Был ҡағиҙә­ ләр «Яңы юл» журналында баҫылып сыҡҡан орфография про­ ектына өҫтәмәме әллә яңы проектмы — был турала бер нәмә лә әйтелмәй.

52 «Яңы юл», 1924. № 1 (9). 28—30-сы биттәр.

53 «Белем», 1924. № 1—2. 42—45-се биттәр.

54
Закрыть