ҡарарындағы «дөйөм орфография төҙөү» тигән һүҙҙәрҙән дөйөм алфавит төҙөү тураһында һүҙ бара, тип аңларға кәрәк. Башҡа төрки халыҡтары үҙҙәренең алфавит һәм орфографияларын ниндәй графика нигеҙендә төҙөйҙәр, шулар менән бәйләнеш тотоп, башҡорт әҙәби теле алфавиты һәм орфографияһын да шул графика нигеҙендә төҙөү кәрәклеге әйтелә, сөнки шул ваҡытта уҡ инде латинға күсеү хәрәкәте башланған була.
1923 йылдың декабрендә төҙөлгән «Хәреф вә имлә лаихәһе»ндә был хаҡта асыҡтан-асыҡ әйтелә. «Хәреф мәсьәләһендә, — тиелә был лаихәлә, — ике ағым булып, бер ағым ғәрәп хәрефтәрен ташлап, уның урынына латин хәрефтәрен алыу яғында булһа ла, ул сүрәттә бер халыҡтың күптәндән өйрәнеп килгән яҙыуын ташлау арҡаһында килеп сығасаҡ уңайһыҙлыҡтарҙың ғәйәт тә ҙур булыуын иғтибарға алып һәм уның өсөн хәҙерге момент уңайһыҙ әле тип, Ғилми мәркәз Башҡортостан өсөн ғәрәп хәрефтәрен ғәмәлдә үҙ көсөндә ҡалдыра»51 (үҙгәртмәй алын ды. — Ҡ. Ә.).
«Хәреф вә имлә лаихәһе» тип аталған башҡорт әҙәби теленең беренсе алфавиты һәм орфографияһы проектын Ғилми мәркәз эргәһендәге орфография комиссияһының тапшырыуы буйынса яҙыусы Сәғит Рәмиев төҙөй.
Был орфография ике бүлектән тора. Беренсе бүлегендә баш ҡорт әҙәби теленең алфавиты бирелә, һуҙынҡы өн хәрефтәренең һәм ҡайһы бер тартынҡы өн хәрефтәренең яҙылышы тура һында әйтелә.
Икенсе бүлектә ялғауҙар, теркәүестәр, киҫәксәләр яҙы лышы тураһында әйтелә.
Был орфография фонетик принципта төҙөлгән. Шуның өсөн орфографияның беренсе пунктында, телебеҙҙең үҙ һүҙҙәре лә һәм ситтән ингән бүтән һүҙҙәр ҙә һөйләшкәндә нисек ишетел һәләр, яҙыуҙа ла шулай ишетелгәнсә яҙылырҙар, тиелә.
Башҡорт әҙәби теленең алфавиты был проект буйынса 33 хәрефтән тора: шуларҙың 27-һе тартынҡы, орфографияла әйтелгәнсә, тауышһыҙ өн хәрефтәре, алтыһы һуҙынҡы, орфо графияла әйтелгәнсә, тауышлы өн хәрефтәре.
51 Башҡортостан Үҙәк дәүләт тарих архивы. Фонд Р-798. № 1283.
52