Әхмәров Ҡ.3. Башҡорт яҙыуы тарихынан - 2012. Страница 51.

һәм журналдар ике-өс йыл (1924 йылға тиклем) татар телендә баҫылып килде, башҡорт телендә тик айырым мәҡәләләр һәм хәбәрҙәр генә урынлаштырыла торғайны. «Башҡортостан» гәзите 1924 йылдың август айынан башлап ҡына тулыһынса башҡорт телендә сыға башланы.

Башҡорт әҙәби теленең алфавитын һәм орфографияһын төҙөү мәсьәләһе 1922 йылдан уҡ көн тәртибенә ҡуйыла. Баш­ ҡортостан Мәғариф Халыҡ Комиссарлығы эргәһендәге Ғилми мәркәздең 1922 йылғы эш планына башҡорт әҙәби теленең алфавитын һәм орфографияһын төҙөү мәсьәләһе индерелеп, бының өсөн айырым комиссия ойошторола, комиссияның председателе итеп Фатих Сәйфи Уфалы, ағзалары итеп Ғаб­ дулла Шонәси менән Сәғит Рәмиевтәр билдәләнә, һуңынан был комиссияла Хөсни Кәримов, Шәриф Манатов, Шәһит Хоҙай­ бирҙин, Дауыт Юлтый һ. б. эшләйҙәр.

Комиссия тарафынан төҙөлгән башҡорт әҙәби теленең алфавиты һәм орфографияһы Ғилми мәркәздең ғилми-методик комиссияһы ултырыштарында 1922 йылдың аҙағында һәм 1923 йылдың баштарында бер нисә тапҡыр ҡарала, уларҙың һәр береһендә тағы ла тулыраҡ итеп эшләргә тигән ҡарар сығарыла.

1923 йылдың мартында был мәсьәлә буйынса Ғилми мәркәз айырым кәңәшмә үткәрә. Кәңәшмә хәҙерге көндә тотороҡло орфографияның булмауы әҙәби телде тормошҡа ашырыуҙы ҡыйынлаштырғанын әйтеп, һис кисекмәҫтән башҡорт әҙәби теленең орфографияһын эшләүҙе кәрәк тип таба. Кәңәшмә бөтә төрки халыҡтары өсөн дөйөм алфавит һәм орфография төҙөү мәсьәләһен ҡуя. Ғилми мәркәзгә иң тәүҙә был орфографияның башҡа төрки халыҡтары тарафынан ҡулланылыу мөмкин­ леген хәл итергә ҡушыла. Әгәр ғәрәп графикаһы нигеҙендә бөтә төрки халыҡтарының ихтыяжын ҡәнәғәтләндерерлек дөйөм орфография төҙөргә мөмкин түгел икән, икенсе алфавитҡа, мәҫәлән, латин йәки башҡа алфавитҡа күсергә мөмкинлеге әйтелә. Ләкин был мәсьәлә Бөтә Рәсәй масштабында хәл ителергә тейеш. «Шул маҡсаттан сығып, — тиелә кәңәшмә ҡарарында, — Ғилми мәркәз үҙенең орфографияһын бик ентек­ ләп эшләгәндән һуң был мәсьәлә буйынса Бөтә Рәсәй күләмендә конференция йыйыу тураһында көнсығыш республикалар, әлкәләр менән, беренсе нәүбәттә Ҡазан һәм Мәскәүҙәге көнсы­ ғыш нәшриәте менән бәйләнешкә инергә тейеш»50. Кәңәшмә 50 Башҡортостан Үҙәк дәүләт тарих архивы. Фонд Р-798. № 906.

51
Закрыть