Әхмәров Ҡ.3. Башҡорт яҙыуы тарихынан - 2012. Страница 50.

c x s o II БАШҠОРТ ӘҘӘБИ ТЕЛЕНЕҢ ҒӘРӘП ГРАФИКАҺЫ НИГЕҘЕНДӘ ТӨҘӨЛГӘН АЛФАВИТЫ ЬӘМ ОРФОГРАФИЯҺЫ Октябрь инҡилабынан һуң башҡорт халҡы тулы азатлыҡҡа сыҡты һәм Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы алды.

Тәбиғи, Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Респуб­ ликаһы төҙөлөү менән, башҡорт яҙыуын барлыҡҡа килтереү мәсьәләһе мәҙәниәт төҙөлөшөнөң беренсе нәүбәттәге мөһим бурысы булып торҙо.

РКП(б)-ның 4-се Бөтә Башҡортостан конференцияһы (1921 йыл) үҙенең милли мәсьәлә буйынса ҡабул иткән тезистарында мәктәптәрҙе, суд һәм административ органдарҙы Башҡорт­ остандағы һәр милләттең әсә теленә күсереү мәсьәләһен ҡуя.

1921 йылдың июлендә Советтарҙың икенсе Бөтә Башҡорт­ остан съезы Башҡортостан хөкүмәтенә башҡорт телен бойомға ашырыу юлында практик саралар күреүҙе тапшыра, Советтар­ ҙың икенсе Бөтә Башҡортостан съезының шул ҡарары ниге­ ҙендә Башҡортостан хөкүмәте 1922 йылдың 5 декабрендә башҡорт телен тормошҡа ашырыу тураһында практик саралар күрһәтеп, айырым ҡарар сығара һәм шул көндән башлап ныҡлы эш башлана.

Советтарҙың икенсе Бөтә Башҡортостан съезы ҡарарҙарын шунда уҡ тулыһы менән бойомға ашырыуға, әлбиттә, мөмкин­ лек булмай, сөнки башҡорт яҙыуын барлыҡҡа килтереү өсөн оҙаҡ һәм етди әҙерлек эше алып барырға кәрәк була. Беренсе нәүбәттә башҡорт әҙәби теленең алфавитын, орфографияһын, шунан һуң инде грамматикаһын, терминологияһын һ. б. эш­ ләргә кәрәк булды. Шуға күрә республикала сыға торған гәзит 50
Закрыть