Әхмәров Ҡ.3. Башҡорт яҙыуы тарихынан - 2012. Страница 47.

>1<сЯ у/ lyMsl it I ft*** *>(л0 -г'*-** , tress* moA'M °»A t t j J k J j k s l c ^ b u T Qy У ( jM tl cS J I h'j X j ) Г * C f * '* " > * ' № J^ c> ' ^ 12-се һурәт. Иҫке имлә менән яҙыу өлгөһө халыҡтың да инде уға өйрәнгәнлеген әйтеп үтә. Имләне үҙгәртеү күп ҡыйынлыҡтар тыуҙырасағын әйтә. Ләкин уны яҡлаусы бул­ май. Төп бәхәс урта һәм яңы имләләр тирәһендә бара. Ғ. Нуғай­ бәк, Ғ. Алпаров һәм М. Ҡорбанғәлиевтәр яңы имләне ҡабул итергә — һуҙынҡы хәрефтәрҙең һанын унға еткерергә кәрәкле­ ген әйтәләр. Урта имләне яҡлап, Ғ. Ибраһимов ҙур доклад менән сығыш яһай: «Имләлә иҫке алымдың, — ти ул, — фәнни бер назарияһы юҡ.

Улар фәҡәт иҫке имлә менән яҙырға өйрәнгәндәр, матбағала­ рында шуға етерлек кенә хәреф бар. Яңынан күп итеп һай рәсмиә хәрефе һәм вау у ҡойҙорорға иренәләр, шунлыҡтан иҫке имлә менән яҙалар һәм баҫалар. Бының иң асыҡ миҫалы — «Дин вә мәғишәт» һәм уның нәшриәте». Ғ. Ибраһимов фекеренсә, әле хәҙергә яңы имләне лә ҡабул итеп булмай, сөнки хәҙергә уның ерлеге юҡ. «Бик дөрөҫ, бик хаҡ, — тип дауам итә ул, — беҙ имләлә идеал итеп һәр өнгә бер хәреф табыуҙы зиһенебеҙгә һалып ҡуябыҙ. Ләкин бының менән мәсьәлә бөттө, тип уйлай алмайбыҙ. Мәсьәләнең иң ауыры шул әсәсте ғәмәлгә индереүҙә тип барабыҙ. Шуға күрә беҙ имлә төҙөүҙә иң еңел юлды тоторға тейеш булабыҙ. Урта имлә иҫке имләнән йыраҡ түгел. Шуға күрә ул аҡрынлап ғәмәлгә инә бара. Мин урта имлә тарафдарҙарын реа­ листар тип, яңы имләлеләрҙе идеалистар тип әйткем килә».

47
Закрыть