Әхмәров Ҡ.3. Башҡорт яҙыуы тарихынан - 2012. Страница 46.

яхшы, хан), j (ж) хәрефе ғәрәпсә һүҙҙәрҙә яҙылмай, 3 (в) руссанан ингән һүҙҙәрҙә генә яҙыла: (вагун, вок­ зал). Тый, сад, ғайын ■ *»•</»'£ хәрефтәре татар һүҙҙәрендә ҡа­ лын әйтелгән һәр ерҙә яҙыла: сг^° (тыш, су, алгы).

Ғ. Ибраһимов үҙенең грамматикаһында алты һуҙынҡы өн ала: f —ҡалынөҫт(әлиф—а), —аш; 4.«е —нескә өҫт (һай рәс- миә — д); 4 i)*< — бәр, бәрә; ) — тулы вау (у, у), J j9 , J jf — ҡул, күл; 3 — ҡыҫҡа вау (о-ө), — ҡол, көл; ■< — оҙон йа (ый, и), — тирмә, ҡыйл; с? — ҡыҫҡа йа (ы, е), ‘j-k U — килде, ҡайтты.

Ҡыҫҡа йа тик һүҙ аҙағында ғына яҙыла. Ул үҙенең 1914 йыл­ да баҫылып сыҡҡан «Татар имләсе» тигән китабында, ҡыҫҡа йа яҙылышына тағы бер тапҡыр туҡталып (§ 16), былай ти: «Ҡыҫ­ ҡа йа һүҙҙең башында йәки уртаһында булһа, уны белдерер өсөн айырым хәреф кәрәк түгел: Jh (бел), (белән), р* (кем) тигәндәге кеүек. Әммә ахырҙа булһа, уны белдерер өсөн беҙҙә бер хәреф йөрөтәләр: ул да шул юғарылағы ҡыҫҡа <J -лыр». Был алты һуҙынҡының икеһен (t -«<J ) 1909 йылдарҙа уҡ шул ваҡыттағы «Йолдыз» гәзитенең мөхәррире Һади Маҡсуди алфавитҡа индереп ебәргәйне.

Инҡилапҡа тиклем алфавит һәм орфографиялағы иң бәхәс­ ле мәсьәләләрҙең береһе һуҙынҡы өндәр мәсьәләһе булды. Бер төркөм телселәр, татар телендә биш кенә һуҙынҡы, икенсе­ ләре — алты, өсөнсөләре, ун һуҙынҡы бар, тип иҫбат иттеләр. Шуға ҡарап, уларҙы бишселәр, алтысылар, унсылар тип, ә алтысылар имләһе — урта имлә, унсылар имләһе — яңы имлә, тип, ғәрәп алфавитындағы һуҙынҡы хәрефтәргә генә нигеҙ­ ләнгән орфография иҫке имлә тип йөрөтөлә.

1915 йылда Өфө земствоһы тарафынан тел, имлә һәм дәрес­ лектәр мәсьәләһе буйынса ғилми бер кәңәшмә саҡырыла. Был кәңәшмәлә педагогтар, телселәр, яҙыусылар, гәзит мөхәррир­ ҙәре ҡатнаша. Бында мәктәптәр өсөн дәреслектәр һайлау һәм уларҙы тикшереү мәсьәләһе ҡаралыу менән бергә, алфавит һәм орфография тураһында ла мәсьәлә ҡуҙғатыла.

Кәңәшмәлә ҡатнашыусы Нурғәли Надиев иҫке имләне яҡлап сыға. Иҫке имлә менән яҙылған китаптарҙың күп булыуын, 46
Закрыть