Әхмәров Ҡ.3. Башҡорт яҙыуы тарихынан - 2012. Страница 45.

ҙур роль уйнаған телдең закондары һуҙынҡы өндәр әһәмиәтле урын тотҡан телгә яраҡлаштырып бирелә.

1911 йылда татар әҙәбиәтенең классигы һәм күренекле телсе Ғалимьян Ибраһимовтың грамматика дәреслектәре сыға47.

Ғ. Ибраһимов грамматика дәреслегенең I киҫәгенә яҙған инеш һүҙендә алфавит һәм орфография мәсьәләләренә ҡарата үҙенең ҡайһы бер фекерҙәрен әйтеп китә. Үҙенең «бер телдә ни тиклем өн булһа, уның яҙыуында ла шул тиклем хәреф булырға тейеш» тигән ҡарашта торғанлығын әйтә. Ул быға тиклем сыҡ­ ҡан дәреслектәрҙә яҙылып килгән дүрт һуҙынҡыға тағы ике һу­ ҙынҡы — ҡыҫҡа 3 (вау) һәм 4- (э) өҫтәй, шулай итеп ул алты һуҙынҡы хәреф ала. Ул бының менән генә беҙҙең орфогра­ фияның теүәлләнеп бөтмәүен асыҡ белһә лә, яңы хәрефтәр алырға йәки булғандарын алмаштырырға үҙенең хоҡуғы бул­ мауын әйтә.

Ғәрәп, фарсы телдәренән ингән һүҙҙәрҙең яҙылышы тура­ һында түбәндәгеләрҙе әйтә: «Бер телдә ике имлә булмаҫҡа те­ йешлегенә асыҡ ышанһам да, шунлыҡтан телебеҙгә кергән һәр бер һүҙҙе, теләһә ғәрәби, теләһә башҡа булһын, татарса имлә менән яҙырға тейеш, тип белһәм дә, ғәрәби, фарси һүҙҙәрҙе үҙ имләләре менән яҙырға ҡалдырҙым, сөнки имләбеҙ рәсми вә ғомуми ҡағиҙәләр аҫтына алынып бөтмәгән, ... ләкин был ваҡытлы бер эштер. Көнө килер, имләбеҙ ғомум тарафынан ҡабул ителгән бер юлға керер, шул саҡта ғәрәби һүҙҙәрҙе лә татарса имлә менән яҙа башларҙар»48.

Ғ. Ибраһимов 36 хәреф ала, ғәрәп алфавитындағы хәреф­ тәргә 8 хәреф өҫтәй: (п, ч, в, ж, г, ң, о-ө, э). Шул 36 хәрефтән ҫи, хи, ғәйен, ҙэл, ҙый, ҙад — хәрефтәре фәҡәт ғәрәпсә һүҙҙәрҙә генә яҙыла: (ҫауаб, Хәлим, ғилем, Закир, Зариф, зарар). Хы (л-) хәрефе татарсала бер нисә һүҙҙә генә яҙыла: йу\л~ (хатын, 47 Ибраһимов Галимщан. Татар сарыфы. Казан, 1911; Татар нәхүе. Казан, 1911.

48 Ибраһимов Галимщан. Татар сарыфы. Казан, 1911.

45
Закрыть