Әхмәров Ҡ.3. Башҡорт яҙыуы тарихынан - 2012. Страница 42.

хәрефенең өҫтөнә өс нөктә ҡуйып ) (в), / (к) хәрефенә өс нөктә ҡуйып У (ң), һыҙыҡ ҡуйып $ (г), V (б,) хәрефенә тағы ике нөктә өҫтәп -i (п) хәрефе яһалған, ң хәрефен ҡайһы бер авторҙар боронғо уйғыр алфавиты традицияһы буйынса О (н) менән / (к) хәрефтәрен ҡушып, Л формаһында ла ҡуллана.

Алфавиттарҙағы хәрефтәрҙең һаны төрлө авторҙар тарафы­ нан төрлөсә йөрөтөлә. Мәҫәлән, башҡорт мәғрифәтсеһе Мөхә­ мәтсәлим Өмөтбаев үҙенең грамматикаһында, ғәрәп алфави- тындағы хәрефтәргә яңынан 6 хәреф өҫтәп, 33 хәреф ала: $ (ла)39 -i ‘j f j t J ’tjG (п, ч, ж, г, ц). Күренеүенсә, М. Өмөтбаев г хә­ рефен / (к) хәрефенә өс нөктә өҫтәп J' , ә ң хәрефен <3 (н), / (к) хәрефтәрен ҡушып £ яһап ала. М. Өмөтбаев был хаҡта түбәндәгеләрҙе яҙа: «Татар халҡы яҙыу өсөн ғәрәп хәрефтәрен алды. Анлар лам-әлиф илә 29 хәрефтәрҙер. Бунлардан башҡа фарсы һүҙҙәренә тейешле дүрт хәреф бар v 0 (п, ч, ж, г), бунларҙы фарсы хәрефтәре тиерләр. Дәхи татар телендә борон хәрефе бар, нун илә каф ҡушып яҙыла: ^ мәҫәлән, Т (атаң); (атаның)»40.

Шул 34 хәрефтең дүртеһен — (әлиф, вау, йа, һи) — хәрефтәрен әйтеүле хәрефтәр (һуҙынҡы хәрефтәр) итеп йөрөтә. «Татар телендә әйтеүле дикан .>*# > t* хәрефтәре Яврупа халҡының гласный хәрефтәре кеби берәм-берәм һуҙылып әйтелмәйҙәр. Мәгәр әлиф өҫтөнә мэд ҡуйһаң, f (а) була, әлиф­ тән һуң j булһа, У (у) була, -нән һуң j булһа, У. (ю) була.

(S -нән һуң 4. булһа, (йэ) була. Бу У һәр береһе берәр тауыштыр, шуның өсөн икешәре бер әйтеүле хәреф урынына 39 Ул ваҡыттағы авторҙарҙың күбеһе л хәрефенән тыш тағы л менән а-нан торған ҡушма хәреф — ла хәрефен алалар. Сөнки ул ҡушма хәреф Ҡөрьәндә алынған, шуға күрә уны төшөрөп ҡалдырырға ярамай, имеш. Уны улар лам-әлиф тип исемләп йөрөтәләр.

40 Өмөтбаев М. Татар нәхүсенең мохтасары. Ҡазан, 1901. 3-сө бит.

42
Закрыть