Әхмәров Ҡ.3. Башҡорт яҙыуы тарихынан - 2012. Страница 41.

Ғәрәп алфавиты, әлбиттә, беҙҙең телдең фонетик система­ һына яуап бирмәй. Унда беҙҙең телдә булмаған хы, ғайын, зад, зый һ. б. хәрефтәр булыу менән бергә, беҙҙең телдә булған г, ң һ. б. өндөр өсөн хәрефтәр юҡ. Шуның өҫтөнә ғәрәп алфави­ тында башҡорт телендәге 10 һуҙынҡы (хәҙер 13 һуҙынҡы) өн өсөн ни бары өс кенә һуҙынҡы хәреф бар. Шуға күрә ҡулланыу процесында был алфавит төрлө үҙгәрештәргә осрай. Мәҫәлән, XVI быуаттың икенсе яртыһында төрки телендә яҙылған юрматы башҡорттары шәжәрәһендә ғәрәп алфавитындағы «£• < i < ҡаты х, ҙ, ҡаты ике з, ҡаты ғ) хәрефтәре ҡулланылмаған, улар урынына ғәрәп алфавитында булмаған (ч, г, ж,ң,в) хәрефтәре ҡулланылған. Мирсалих Бикчуриндың 1859 йылда баҫылып сыҡҡан дәреслегенә38 баш­ ҡорт телендә «Батыр батша» әкиәте индерелгән. Бында ғәрәп алфавитындағы бөтә хәрефтәрҙе ҡулланыу менән бер рәттән өҫ­ тәмә хәрефтәр ҙә ҡулланыла. Мәҫәлән, J (ж) — •y.j (житамез, жөрәк, жир), (ң) — (күңел), J& S (кңаш — киңәш), шуның менән бергә У (к) хәрефе г өнө урынында ла ҡулланыла: (әкр, әгәр), (бзка — беҙгә).

Революцияға тиклем ғәрәп алфавиты башҡорттар өсөн дә, татарҙар өсөн дә һәм, ғөмүмән, күп төрки халыҡтары өсөн уртаҡ бер алфавит булған. Шуның өҫтөнә беҙҙең халыҡ Октябрь революцияһына тиклем татар әҙәби теле өсөн яраҡ­ лаштырылған ғәрәп алфавиты менән файҙаланды. Револю­ циянан һуң да башҡорт әҙәби теленең беренсе алфавиты ғәрәп графикаһы нигеҙендә төҙөлдө. Шуға күрә ғәрәп алфавитының революцияға тиклем ниндәй үҙгәрештәргә осрағанын күҙәтеп сығыу файҙаһыҙ булмаҫ, тип уйлайбыҙ.

Иң тәүҙә ғәрәп алфавитына беҙҙең телдә булған өндәр өсөн алты хәреф ө ҫ т ә л ә. Б ы л хәрефтәр ғәрәп алфа­ витында булған хәрефтәргә нөктәләр йәки һыҙыҡ ҡуйыу юлы менән яһалғандар. J (р) хәрефенең өҫтөнә өс нөктә ҡуйып 3 (ж), (х) хәрефе аҫтына өс нөктә ҡуйып (ч), ) (у-у) 38 Мирсалих Бикчурин. Начальное руководство к изучению арабского, персидского и татарского языков с наречиями бухарцев, башкир, киргизов и жителей Туркестана. Казань, 1859.

41
Закрыть