Болғар һауыт-һабаларында яҙылған яҙыуҙарҙы тәү башлап А. М. Щербак уҡыны. Ул һауыт-һабаларҙа түбәндәге һүҙҙәр яҙылған: (бк) кымы (з) (эш) -ҡымыҙ ушә бәдук ауҙыңа тул- дыра ич — «ҡымыҙҙы (һауыттың) ошо ауыҙына тултырып эс». Әлчи йәнэ Ата-эч йэмэ Бука — учэу (и)—«Әлчи йөнө Ата-әч йәнә Бука — өсәү» (кеше исемдәре)34.
Болғарҙар идеографик төр яҙыу менән дә файҙаланғандар. X быуатта йәшәгән ғәрәп яҙыусыһы Аль-Багдади болғарҙар ҙың ҡытай яҙыуын ҡулланғанлыҡтарын әйтә35. Был фекерҙе археологик материалдар ҙа дөрөҫләй. Мәҫәлән, 1950 йылда А. П. Смирнов, болғарҙарҙың боронғо ҡалаһы урынында архео логик тикшеренеүҙәр алып барғанда, бер кувшин таба. Был кувшиндағы яҙыу билдәләре араһында боронғо ҡытай иеро глифтары һәм орхон-йәнәсәй хәрефтәре бар. Мәҫәлән, j) (ай йәки ҡояш), X (биш), s (өс), s (дүрт), ill (тау), 5< (күк) — былар иероглифтар; — былар орхон-йәнәсәй ал фавиты хәрефтәре булырға тейеш36.
Башҡорт халҡы болғарҙар менән бик тығыҙ бәйләнештә бул ған. Башҡортостандың Болғар ханлығы менән сиктәш район дарында болғар мәҙәниәте тарала. Болғарҙар менән шундай тығыҙ бәйләнештә булған башҡорттар ҙа болғарҙар файҙалан ған яҙыуҙар менән файҙаланманылармы икән? Әлбиттә, был һорауға хәҙергә ҡырҡа яуап биреп булмай. Ләкин, һәр хәлдә, башҡорттар менән болғарҙар араһында яҙма бәйләнеш булған булырға тейеш.
Ғәрәп яҙыуы башҡорттарға X—XI быуаттарҙа ислам дине арҡыры килеп инә. Ғәрәп яҙыуы ҡомартҡылары Башҡорт останда XIV быуаттан башлап һаҡланып ҡалған. Быға боронғо ҡәбер таштарындағы яҙыуҙар һәм төрлө башҡорт ырыуҙары тарафынан төҙөп ҡалдырылған шәжәрәләр инә.
34 Курбатов X. Татар теленең алфавит һөм орфография тарихы. Ҡазан, 1960. 19—20-се биттәр. Щербак А. М. Несколько слов о приемах чтения рунических надписей, найденных на Дону // Советская археология. XIX. 1954.
35 Гаркави А. Я. Сказания мусульманских писателей о славянах и рус ских. Спб, 1870. 241—242-се биттәр.
36 Каховский В. Ф. Была ли письменность у чувашей в древности? // «Уче ные записки научно-исследовательского института языка, литературы, истории и экономики при Совете Министров Чувашской АССР». Вып. XXI. 1962. 209-сы бит.
38