Ғөрөп яҙыуы. Октябрь инҡилабына тиклем башҡорт халҡы ғәрәп яҙыуы менән файҙаланды.
Ғәрәп яҙыуына тиклем башҡорттарҙа бүтән тор яҙыу бул ғанмы, юҡмы тигән һорауға яуап биреү ҡыйын, сөнки быны раҫлаусы яҙма ҡомартҡылар быға тиклем әле табылғаны юҡ. Ләкин шулай булһа ла, ҡайһы бер тарихи мәғлүмәттәр, мәҫә лән, башҡорт халҡының яҙыуы булған боронғо төрки дәүләт тәре менән тығыҙ бәйләнештә булып, улар менән күп йылдар аралашып йәшәүе, башҡорттар ҙа ғәрәп яҙыуына тиклем башҡа төр яҙыу менән файҙаланманылармы икән, тип уйларға мәжбүр итә.
Беҙҙең эраның беренсе быуаты аҙағында үҙ-ара көрәштәр арҡаһында һун дәүләте икегә — төньяҡ һундарға һәм көньяҡ һундарға31 — бүленә. Төньяҡ һундарҙың бер өлөшө монгол ҡәбиләләренең береһе булған сянабиҙарҙың ҡыҫырыҡлауы һө ҙөмтәһендә һун исеме аҫтында уғырҙар менән бергә ҡушылып, көнбайышҡа табан күсеп, Арал диңгеҙенән алып Волга һәм Дон йылғаларына тиклем булған территорияла йәшәүсе аландарҙы үҙҙәренә баш эйҙерәләр32. Был һундар, хәҙерге Башҡортостан дың төньяҡ өлөшөнә лә инеп, урындағы халыҡтар менән аралашып китәләр. Мәҫәлән, башҡорттарҙың ҡайһы бер ырыу ҙары үҙҙәренең сығышын һундар башлығы Бала-миргә илтеп бәйләй33. Һис шикһеҙ, һундар үҙҙәре менән бергә боронғо яҙыу ҙарын да алып килгән булырға тейеш.
Башҡорттарҙың күршеһе булған болғарҙар ғәрәп алфавиты ҡабул иткәнгә тиклем бер нисә быуат буйына үҙҙәренең көнь яҡтан алып килгән орхон-йәнәсәй яҙыуы менән файҙаланған дар. Быны археологик тикшеренеүҙәр ваҡытында табылған болғар һауыт-һабаларына яҙылған яҙыуҙар раҫлай.
31 Бичурин Н. Я. Собрание сведений о народах, обитавших в Средней Азии в древние времена. Т. 1. М. JL, 1950.116—117-се биттәр.
32 БернштамА. Н. Очерк истории гуннов. JL, 1951.112—116-сы биттәр.
33 Очерки по истории Башкирской АССР. Т. 1.4.1. Өфө, 1956. 29-сы бит.
36