Әхмәров Ҡ.3. Башҡорт яҙыуы тарихынан - 2012. Страница 34.

Ҡыҫҡаһы, орхон-йәнәсәй яҙыуының нисек барлыҡҡа килеүе тураһында хәҙергә ҡырҡа бер фекер әйтеүе ҡыйын. Уны әйтеү өсөн өҫтәмә тикшеренеүҙәр үткәреү талап ителә.

Уйғыр яҙыуы — Боронғо төрки халыҡтары орхон-йәнәсәй яҙыуынан башҡа тағы икенсе бер төр яҙыу ҡулланыр булған­ дар. Был яҙыу, башлыса, уйғыр төрөктәре араһында ҡулла­ нылғанлыҡтан, фән донъяһында ул «уйғыр яҙыуы» тип аталып киткән. Ғалимдар, уйғыр яҙыуы соғоди алфавиты нигеҙендә беҙҙең эраның беренсе мең йыллығының икенсе яртыһында барлыҡҡа килгән, тип иҫәпләйҙәр.

Соғоди алфавитын уйғырҙар үҙгәртеп алғандар. Уйғыр алфавитында барлығы 20 генә хәреф, шуларҙың бишеһе һуҙынҡы хәрефтәр. Уйғыр алфавитында һәр бер өнгә башта, уртала, аҙаҡта яҙыу өсөн айырым хәрефтәр бар. Алфавитта хәрефтәр аҙ булғаны өсөн, бер үк хәреф бер нисә өн өсөн йөрөй, мәҫәлән, п-б, г-к, д-т, ы-и, о-у, ө-у өндәренең һәр бер пары өсөн бер генә хәреф алынған.

Уйғыр яҙыуы ҡомартҡылары VIII быуаттан башлап һаҡла­ нып ҡалған. Төньяҡ Монголияла VIII быуаттың икенсе ярты­ һында уйғыр ханы Билгетәңре Уйғыр Ҡаған хөрмәтенә ҡуйылған таш табыла. Таштағы яҙыу ике алфавит — уйғыр һәм орхон-йәнәсәй алфавиты — менән яҙылған. Тимәк, ул ва­ ҡыттарҙа төрки халыҡтары һәр ике алфавитты ла берҙәй ҡул­ ланған булып сыға. Уйғыр алфавиты менән яҙылған иң һуңғы яҙма ҡомартҡылар XVIII быуат баштарына тура килә. Уйғыр яҙыуы үҙ заманында бик таралған яҙыу булған. Ул Ҡытайҙа ла, Рим империяһында ла, ғәрәптәрҙә һәм башҡа ислам дәүләттә­ рендә лә уҡылған, танылған. Төрки халыҡтарында яҙыла тор­ ған рәсми ҡағыҙҙарҙы ла шул уйғыр яҙыуы менән яҙа торған булғандар. Алтын Урҙала ул рәсми дәүләт яҙыуы булып ҡулла­ нылған. Аҡһаҡ Тимер ҙә уны үҙенең рәсми дәүләт яҙыуы итеп ҡабул иткән. Ғөмүмән, XV быуат буйына ул Төркөстанда рәсми яҙыу булып ҡулланылып килгән. Урта Азияла «Миғражнамә», «Бәхтиәрнамә» шикелле сығатай әҙәбиәтенән булған әҫәрҙәрҙең XV быуатта уйғыр яҙыуы менән яҙылған нөсхәләре табылған30. Беҙҙең эраның VI-VII быуаттарында Урта Азиялағы төрки халыҡтарында уйғыр яҙыуын ғәрәп яҙыуы алмаштыра.

30 Сәғъди Габдерахман. Кешелек дөньясында тел, әдәбият, язу һәм аларның тарихи үсүләре. Ҡазан, 1926. 208-се бит.

34
Закрыть