П. Н. Мелиоранский менән И. Т. Савенков та орхон-йәнәсәй хәрефтәренең ҡайһы берҙәренең боронғо төрки тамғаларына оҡшағанын әйтәләр27. Н. А. Аристов, орхон-йәнәсәй яҙыуы Үҙәк Азияла боронғо тамғаларҙан барлыҡҡа килгән, тип раҫ лай28. Киреһенсә, тамғалар орхон-йәнәсәй алфавитынан алын ған тигән фекерҙә тороусылар ҙа бар.
Орхон яҙыуы боронғо тамғаларҙан барлыҡҡа килгән тигән фекерҙең, әлбиттә, бер ни тиклем нигеҙе бар. Сөнки башҡорт тамғалары араһында орхон-йәнәсәй яҙыуы хәрефтәренә оҡша ған тамғаларҙы күп кенә осратырға мөмкин.
Мәҫәлән: Орхон хәрефтәре: И(р’), Х(д2), Үм,^(кЦ(ч)Дм Д (ш) 1(п) f (г) Н (ц) Башҡорт тамғалары: Н, Х,ҮД А,*,/) ,1,е, У Ьуңғы ваҡытта орхон-йәнәсәй яҙыуы барлыҡҡа килгәнгә тиклем яҙылған таштар табыла башланы. Мәҫәлән, 1955 йылда археолог А. Д. Грач Тывала ике таҡтаташ таба. Шуларҙың береһенә орхон-йәнәсәй алфавиты барлыҡҡа килгәнгә тиклем булған билдәләр һәм орхон-йәнәсәй хәрефтәре төшөрөлгән; икенсеһендә шул уҡ билдәләрҙең береһе ҡабатлана. Беренсе таҡтаташтағы яҙыуҙы А. Д. Грач «Номыш баш ир» тип уҡый. 1961 йылда шундай уҡ таш СССР Фәндәр академияһының этнография институтының археология отряды тарафынан табыла. Был таштарҙағы билдәләр орхон-йәнәсәй алфавиты барлыҡҡа килгәнгә тиклем ҡулланылһалар ҙа, орхон-йәнәсәй алфавитындағы билдәләргә бик оҡшап торалар.
Шунан сығып, ҡайһы бер ғалимдар: «Әгәр ҙә А. Д. Грач тапҡан яҙыулы таҡтаташтар шикелле тағы ике-өс таш табылһа, боронғо төрки яҙыуының (Йәнәсәйҙән алып Орхонға тиклем) урында барлыҡҡа килеүе тулыһынса иҫбат ителә сәк», — тиҙәр29.
27 Мелиоранский П. Н. Памятник в честь Кюль-Тегина. «Записки восточ ного отделения Русского археологического общества». Т. XII, 1899. 47-се бит; Савенков И. Т. О древних памятниках изобразительного искусства на Енисее. // «Труды XIV археологического съезда». Т. 1. 356-сы бит.
28 Аристов Н. А. Заметки об этническом составе тюркских племен и народ ностей. «Живая старина». 1894. Вып. III и IV. 418-се бит.
29 Батманов И. Н„ Арагачи Э. Б., Бабушкин Г. Ф. Современная и древняя Енисейка. Фрунзе, 1962. 26-сы бит.
2- 1.0035.12 33