Әхмәров Ҡ.3. Башҡорт яҙыуы тарихынан - 2012. Страница 32.

Орхон-йәнсәй алфавитын төрки халыҡтары ҡайҙан алғандар, ул нисек барлыҡҡа килгән — был турала ғалимдар араһында фекер берлеге юҡ. Мәҫәлән, В. Томсон менән В. В. Радлов, орхон- йәнәсәй алфавиты арамей алфавиты нигеҙендә барлыҡҡа килгән булырға кәрәк, тиҙәр. В. Томсон фекеренсә, арамей алфавиты, төрки теленең фонетикаһына, тәбиғәтенә ҡарап күп кенә үҙгә­ решкә осраған, шулай итеп, ул төрки теленә яраҡлаштырып алынған. В. Томсон орхон-йәнәсәй алфавитындағы бер нисә билдәнең арамей алфавитында булмауын әйтә. Тимәк, улар нин­ дәйҙер икенсе юл менән барлыҡҡа килгән булып сыға.

Д. Дирингер фекеренсә, орхон-йәнәсәй алфавиты пәһләүи алфавитының урындарҙа ҡулланылған вариантынан йәки со- ғоди алфавитының бик боронғо формаһынан барлыҡҡа килгән булырға тейеш21. В. А. Истрин да орхон алфавитының пәһләүи22 йәки соғоди23 алфавиты нигеҙендә барлыҡҡа килеүен24 әйтә.

С. П. Толстов орхон-йәнәсәй яҙыуының формалашыуына арамей яҙыуының күп кенә йоғонто яһағанлығын күрһәтә. Шуның менән бергә, ти ул, орхон-йәнәсәй алфавиты хәрефтәре­ нең һәм уларҙың варианттарының күбеһе төрки халыҡтары­ ның боронғо тамғаларына оҡшағанлығын әйтә25.

Профессор Ғәбдеррахман Сәғҙи, нигеҙҙә, шул С. П. Толстов фекерен ҡеүәтләй. Ул, орхон-йәнәсәй алфавитына нигеҙ итеп арамей алфавиты алынған булһа ла, һәр хәлдә, төрки тамғала­ рының байтаҡ төрҙәре орхон-йәнәсәй алфавитының эсенә инеп киткән булырға тейеш, ти26.

21 Дирингер Д. Алфавит. М., 1963. 371-се бит.

22 Беҙҙең эранан элек өсөнсө быуаттың яртыһында Персия һәм Месопотамия ерендә көслө Парфян батшалығы барлыҡҡа килә. Парфяндар арамей алфави­ тын үҙҙәренең телдәренә яраҡлаштырып, яңы алфавит төҙөйҙәр, шул алфавит пәһләүи исеме менән атап йөрөтөлә. VII быуатта Персия ғәрәптәр тарафынан һуғышып алынғас, пәһләүи яҙыуы менән алмаштырыла.

23 Соғдиана дәүләте хәҙерге Үзбәкстан һәм Тажикстандың бер өлөшөн биләп торған. Соғодиҙар Ҡытай Төркөстанына — Синьңзянға һәм артабан Төньяҡ һиндостан һәм Монголияға барып инәләр. VIII быуатта Соғдиана дәүләте ғәрәп­ тәр тарафынан һуғышып алынғас, соғоди яҙыуы ғәрәп яҙыуы менән алмашты­ рыла.

24 Истрин В. А. Возникновение и развитие письма. М., 1965. 322-се бит.

25 Толстов С. П. Монета шахов древнего Хорезма и древнехорезмийский алфавит. // ВИД, 1938. № 4. 133—135-се биттәр; Древний Хорезм. М., 1948. 173-сө бит.

26 Сэгъди Габдерахман. Кешелек дөнъясында тел, әдәбият, язу һәм аларның тарихи үсүләре. Ҡазан, 1926. 201-се бит.

32
Закрыть