Орхон-йәнәсәй яҙыуы. Ҡытай тарихсыларының мәғлүмәт тәренә ҡарағанда, VI быуат баштарында Алтай менән Һырдарья араһындағы территорияла төрлө төрки ҡәбиләләре йәшәгәндәр.
Мәҫәлән, Минусинск уяһында хакас һәм ҡырғыҙ ҡәбиләлә ренең боронғо ата-бабалары, Йәнәсәй йылғаһының үрге ағышы бассейнында — чиктар (тываларҙың боронғо ата-бабалары), Орхон йылғаһы буйында — уғыҙ ҡәбиләләре, миктәрҙең көн байыш һәм төньяҡ-көнбайышында — алтай һәм шорҙарҙың боронғо ата-бабалары, ә көньяғында — уйғырҙар, Байкалдың көньяҡ-көнбайышында — курыкандар (яҡуттарҙың боронғо ата-бабалары), көнсығышында — утыҙ-татарҙар, ә уларҙың көньяғында туғыҙ-уғыҙҙар йәшәгәндәр.
Бына шул ҡәбиләләрҙән Йәнәсәй йылғаһының үрге ағышы бассейнында йәшәүсе төрки ҡәбиләләре V быуатта уҡ үҙҙәренең телдәренең үҙенсәлектәренә яраҡлаштырып төҙөлгән алфавит ҡулланғандар, һуңға табан был яҙыу Орхонда, Урта Азияла һәм башҡа урындарҙа йәшәгән төрки ҡәбиләләре араһында ла тара лып китә. Был яҙыу бер нисә быуат буйына билдәһеҙ булып ҡала. Йәнәсәй буйында ниндәйҙер билдәләр төшөрөлгән таштар та была. Шундай уҡ билдәләр төшөрөлгән таштар башҡа урын дарҙа ла табыла башлай. Мәҫәлән, 1889 йылда «Рәсәй география йәмғиәте» Н. М. Ядринцевты Монголияға фәнни экспедицияға ебәрә. Был экспедиция Орхон йылғаһы буйында ике ҙур таш таба. 1890 йылда мәшһүр тюрколог В. В. Радлов етәкселегендә экспедиция барып, был таштарҙағы яҙыуҙарҙың күсермәһен алып ҡайта. Ләкин әле был яҙыуҙар һаман бер нәмә лә һөйләмәй, уларҙың ниндәй халыҡтар яҙыуы икәне ҡараңғы була.
Ул таштарҙың бер яғы ҡытайса, ҡалған өс яғы билдәһеҙ алфавит менән яҙылған булған. Ахыр сиктә, Копенгаген уни верситетының профессоры, төркиәтсе В. Томсен был яҙыу ҙарҙың төрки телендә яҙылғанын белә һәм, тәржемә итеп, 1896 йылда баҫтырып сығара. Ул серле яҙыуҙы тағатып уҡыу өсөн, В. Томсенға төрки телдәренең сингармонизмлы тел булыуы ярҙам иткән (һүҙ эсендә йә алғы рәт, йә артҡы рәт һуҙынҡыларының ғына килеүе, бер һүҙ эсендә алғы һәм артҡы рәт һуҙынҡыларының булмауы һ. б.). Бер үк ваҡытта уны Рәсәй төркиәтсеһе В. В. Радлов та тәржемә итә. Борон төрки халыҡтарында, хандары йәки башҡа уҙамандары үлгәс, улар хөрмәтенә яҙыулы таштар ултыртыу ғәҙәте булған. Был «бәңгү таш»тарға (мәңге таш) үлгән кешеләрҙең биографияһы, эшлә гән эштәре яҙыла торған булған. Был ике таш та шул «бәңгү 30