I ТӨРКИ ХАЛЫҠТАРЫНДА ЯҘЫУ.
РЕВОЛЮЦИЯҒА ТИКЛЕМ БАШҠОРТ ЯҘЫУЫ.
ҒӘРӘП АЛФАВИТЫ Төрки халыҡтары араһында яҙыу бик борон барлыҡҡа килгән.
Ҡытай тарихсыларының раҫлауына ҡарағанда, боронғо төрки ҡәбиләләре ҡытай идеографик яҙыуы менән киң файҙа ланғандар. Мәҫәлән, ҡытай тарихсыһы Сыма Цянь үҙенең тарихи яҙмаларында һундар башлығы Модэның (беҙҙең әрага тиклем 209—174 йылдар) ҡытай императорына бик йыш хат яҙғанын һәм унан яуап алғанын әйтеп китә. «История дома Суй» китабының авторы Вәй Чжен: «176 йылда (беҙҙең эраға тиклем) Модэ ҡытай батшаһына хатты үҙе яҙа торғай ны», — тип хәбәр итә. Модэның улы Шаньюн Лаошанды (беҙҙең эраға тиклем 174—161 йылдарҙа һундарҙың башлығы булған) ҡытайҙар «Ҡытай батшаһына грамота яҙырға», ә уның яҡын кешеләрен «халыҡ, мал, мөлкәт һанына ҡарап, һалым һалыу өсөн кенәгәләр төҙөргә өйрәтәләр»19, — тип яҙа.
һундарҙың үҙҙәренең яҙыуы булыуы тураһында ла тарихи мәғлүмәттәр бар. Мәҫәлән, «История троецарствия» тигән хеҙмәттә 245—250 йылдарҙа Камбоджалағы иң боронғо бат шалыҡ Фунанға Ҡытайҙан илселәр барғанлығы әйтелә. Шунан ҡайтҡас, илселәрҙең береһе Кань Тай, фунандарҙың «китаптары бар, уларҙы архивта һаҡлайҙар. Уларҙың яҙыуы һундар яҙыуын хәтерләтә», тип хәбәр итә. Фунандар һинд яҙыуын ҡулланалар20.
18 Бичурин Н. Я. Собрание сведений о народах, обитавших в Средней Азии в древние времена. Т. I. 1950. 52-се, 55-се, 226-сы биттәр.
20 Гумилев JI. Н. Хунну. М., 1960. 97—98-се биттәр.
28