Әхмәров Ҡ.3. Башҡорт яҙыуы тарихынан - 2012. Страница 27.

ҙең яҙылышы ҡасандыр бер ваҡыт телдең өн системаһына тура килһә лә, хәҙерге көндә бөтөнләй тура килмәй башлай, ләкин улар традиция буйынса элеккесә яҙылып йөрөй бирәләр.

Тарихи-традицион принциптағы орфография бигерәк тә быуаттар менән иҫәпләрлек яҙыу тарихы булған телдәрҙә була. Мәҫәлән, инглиз теленең орфографияһына ошо принцип хас.

Инглиз теленең орфографияһы бынан бер нисә быуат элек төҙөлөп тә, телдә ҙур ғына үҙгәрештәр булыуға ҡарамаҫтан, бөгөнгө көнгә тиклем шул хәлдә ҡалған, һөҙөмтәлә йәнле әйте­ леш менән яҙылыш араһында ҙур ғына айырма килеп сыҡҡан.

Тарихи-традицион принциптағы яҙылыш фонетик прин­ ципҡа ла, фонематик-морфологик принципҡа ла тура килмәй. Бында һүҙҙәрҙең яҙылышын ныҡлы бер ҡағиҙә аҫтына алырға мөмкин түгел. Шуның өсөн дә был принциптағы яҙылышты һүҙҙәрҙең яҙылыу формаһын ныҡ хәтерҙә ҡалдырыу менән генә үҙләштерергә мөмкин.

График принцип тип һүҙҙәрҙе икенсе телдең графикаһына эйәртеп, үҙгәртмәй яҙыуға әйтелә. Был принцип менән күберәк икенсе телдән ингән һүҙҙәр яҙыла (мәҫәлән, башҡорт телендә рус әҙәби теле аша ингән һүҙҙәрҙең яҙылышы).

Дифференциацион принцип тип телдә бер төрлө әйтеп йөрө­ төлгән ике һүҙҙе бер-береһенән айырыу өсөн яһалма рәүештә ике төрлө яҙыуға әйтелә (мәҫәлән, рус телендә компания, кампания’, башҡорт телендә тыуған, туғандаш, тыуған ауыл, тыуған ер, Тыуған ил; туған, туған тел, туғандаш).

Хәҙерге көндә булған орфографиялар, ғәҙәттә, үрҙә күр­ һәтелгән принциптарҙың бер нисәһе нигеҙендә төҙөлгән. Орфографияны төҙөгәндә теге йәки был принциптың күпме урын алыу дәрәжәһе телдең характерына, орфография төҙөлгән ваҡыттағы тарихи шарттарға бәйләнеп һәм, бер яҡтан, ғилми талаптарҙан, икенсе яҡтан, практик уңайлылыҡ талаптарынан сығып хәл ителә. Ләкин һәр бер орфографияла бер принцип өҫтөнлөк итә. Мәҫәлән, һүҙ төрләнеү һәм үҙгәреү менән өндәре артыҡ күп үҙгәреүҙәргә, сиратлашыуҙарға осрамай торған телдәрҙең орфографияларында, ғәҙәттә, фонетик принцип өҫтөнлөк итә. Быға миҫал итеп башҡорт әҙәби теленең орфо­ графияһын алырға мөмкин.

Һүҙ төрләнеү һәм үҙгәреү менән өндәре күп төрлө үҙгә­ рештәргә осрай торған телдәрҙә фонематик-морфологик принцип өҫтөнлөк итә. Мәҫәлән, рус теле орфографияһы фонематик-морфологик принципҡа нигеҙләнгән.

27
Закрыть