Әхмәров Ҡ.3. Башҡорт яҙыуы тарихынан - 2012. Страница 26.

В. А. Богородицкий А. А. Реформатскийҙың символик принци- бын дифференциацион принцип тип атап йөрөтә. В. А. Истрин өс принцип барлығын әйтә: фонетик, фонематик-морфологик һәм тарихи-традицион, ә этимологик һәм символик принцип­ тарҙы ул шул төп өс принциптың айырым күренештәре итеп кенә иҫәпләй16.

Татар телсеһе X. Курбатов төп дүрт принцип күрһәтә: фоне­ тик, морфологик, тарихи-традицион һәм график принциптар. Шуларға тағы өҫтөмө итеп дифференциацион принципты ала17.

М. И. Матусевич та дүрт принцип күрһәтә: фонетик, этимо- логик-морфологик, традицион һәм иероглифик принцип18.

Орфография принциптарының исемен һәм уларҙың һанын төрлө авторҙар төрлөсә йөрөтһә лә, нигеҙҙә, улар өс төп прин­ ципҡа ҡайтып ҡалалар: фонетик, фонематик-морфологик, тарихи-традицион. Шуға тағы график принцип менән диффе­ ренциацион принципты өҫтәргә мөмкин, былар төп принцип булып тормайҙар.

Фонетик принцип — һүҙҙәр хәҙерге телдә нисек әйтелә, шулай яҙыуҙан тора. Бында төп өндәр генә бирелмәй, уларҙың нигеҙ үҙгәрештәре лә бирелә.

Фонематик-морфологик принцип — һүҙҙәрҙең мәғәнәле киҫәктәрен — морфемаларҙы, фонемаларҙы, һүҙҙең грамматик формаһы үҙгәреү менән төрлөсә әйтелеүҙәренә ҡарамаҫтан, бер генә төрлө яҙыуҙы талап итә (мәҫәлән, рус телендә сапог, сапоги (әйтелеше сапок, съпаги); башҡорт телендә борон, боронғо (әйтелеше борон, бороңғо).

Тарихи-традицион принцип — боронғо ваҡытта нисек ҡабул ителһә, хәҙерге көндә лә шулай яҙыу, йәғни һүҙҙәрҙең боронғо әйтелеше хәҙерге телдәге әйтелешкә тура килмәһә лә, уларҙың ҡасандыр элек яҙылған формалары һаҡланыу тигән һүҙ. Был шунан килеп сыға: орфография яҙыуҙа ныҡлы ҡағи­ ҙәләр билдәләй, был ҡағиҙәләр шул телдә һөйләшкән кешеләр өсөн мәжбүри нормаға әйләнә. Ләкин тел бара-бара үҙгәрә, шуның һөҙөмтәһендә йәнле телдең өндәр системаһы менән уның орфографияһы араһында айырма тыуа; айырым һүҙҙәр­ 16 Истрин В. А. Развитие письма. М., 1961. 39-сы бит.

17 Курбатов X. Татар теленең алфавит һөм орфография тарихы. Ҡазан, I960. 8-се һәм 12-се биттәр.

18 Матусевич М. И. Введение в общую фонетику. М., 1959. 118—125-се биттәр.

26
Закрыть