Әхмәров Ҡ.3. Башҡорт яҙыуы тарихынан - 2012. Страница 23.

Икенсе бер халыҡтың хәреф-өн яҙыуын ҡабул иткәндә, һәр бер халыҡ уны үҙ теленең өн составына яраҡлаштырып үҙгәр­ теп ала. Тел яғынан ҡәрҙәш халыҡтар бер-береһенең яҙыуын бер төрлө лә үҙгәрешһеҙ ҡабул иткәндәр. Мәҫәлән, еврейҙар һәм арамейҙар финикий яҙыуын бөтөнләй үҙгәртмәй алғандар.

Икенсе халыҡтың яҙыуын ҡабул иткәндә, етмәгән хәрефтәр түбәндәгесә яһала: 1) бер нисә хәрефте бергә ҡушыу. Мәҫәлән, ш өнө француз телендә — сһ, инглиз телендә — sh, поляк телендә — sz, итальян телендә — se, норвег телендә — cj, немец телендә sc һ хәрефтәре менән бирелә.

2) алфавитта булған хәрефкә өҫтәлмә билдәләр ҡушыу. Мәҫәлән, башҡорт телендә -к, ҙ, ҫ өндәре өсөн рус алфавитын- дағы к, з, с хәрефтәренә һыҙыҡтар өҫтәп алыу.

3) бер хәрефте бер нисә өн өсөн файҙаланыу. Мәҫәлән, немец телендә 5 хәрефенең з һәм с өндәре, башҡорт телендә е хәрефе­ нең өс өн урынында ҡулланыл ыу ы (ер, белем, техника).

4) икенсе алфавиттарҙан алыу (мәҫәлән, рус телендә боронғо еврей алфавитынан — ц, ш, башҡорт телендә латин алфавиты­ нан һ алынған).

5) алфавитта булған хәрефтәрҙең формаһын үҙгәртеү (рус алфавитында в хәрефенең формаһын үҙгәртеп, б хәрефе яһау, башҡорт алфавитында э хәрефенең формаһын үҙгәртеп, ә хәрефе яһау, у хәрефенән у яһау).

6) яңы хәрефтәр арттырыу (мәҫәлән, рус алфавитында ч). Төрлө тип яҙыуҙың һәр береһе хәҙерге көндә ер йөҙөндәге ха­ лыҡтарҙың күпмеһе тарафынан ҡулланылыуы мәсьәләһенә килгәндә, түбәндәгесә бүленә: ер йөҙөндәге халыҡтың 25 про­ центҡа яҡыны (Ҡытай, Японияның бер өлөшө) идеографик яҙыу, 25 процентҡа яҡыны (һиндостан, Ьинд-Ҡытай, Тибет, Цейлон, Японияның бер өлөшө) ижек яҙыуын, ҡалған 50 про­ цент халыҡ хәреф-өн яҙыуын ҡуллана.

Хәреф-өн яҙыуы, әлбиттә, үҙенең беренсе осоронда әле һөй­ ләү телен тулыһынса сағылдырып бөтөрә алмаған. Телдәге өндәр, бигерәк тә һуҙынҡы өндәр яҡынса ғына белдерелгәндәр, ныҡлы яҙыу ҡағиҙәләре эшләнмәгән, хәреф формалары бик үк төҙөк булмаған. Ләкин бара-бара ул камиллашҡан, хәреф фор­ малары төҙөкләндерелгән, матур шәкелле хәрефтәр, аныҡ, эҙмә-эҙлекле яҙыу ҡағиҙәләре — хәҙерге заман алфавиты һәм орфографиялары барлыҡҡа килгән.

23
Закрыть