Әхмәров Ҡ.3. Башҡорт яҙыуы тарихынан - 2012. Страница 22.

Хәреф-өн яҙыуы бөтә донъяла тиерлек икенсе бер халыҡтар­ ҙың яҙыуын үҙләштереү, файҙаланыу юлы менән тарала. Бының сәбәбе хәреф-өн яҙыуының бик ябай, төрлө телдәрҙә яҙырға бик еңел яраҡлаштырып булыуҙан һәм халыҡтар ара­ һында сауҙа, мәҙәниәт һ. б. бәйләнештәрҙең киң таралыуынан килә. Боронғо система хәреф-өн яҙыуҙарының таралыуына шулай уҡ уларҙың төрлө дини тәғлимәттәрҙең рәсми теле булып китеүе лә (мәҫәлән, ғәрәп яҙыуының — ислам дине, латин яҙыуының — көнбайыш христианлыҡ, грек яҙыуының көнсығыш христианлыҡ аша таралыуы) ярҙам итте. Ҡайһы бер хәреф-өн яҙыуының таралыуына боронғо һәм урта быуатта ойошҡан эре дәүләт берләшмәләрендә (мәҫәлән, Рим империя­ һында, ғәрәп хәлифәлегендә, Византияла) рәсми тел булып файҙаланыуы сәбәп булды.

Арамей яҙыуы нигеҙендә барлыҡҡа килгән яҙыу системаларының генеалогик схемаһы (Үҫеш юлы шулай булыуы фараз ителгән яҙыу системалары өҙөк һыҙыҡ менән күрһәтелә) Арамей яҙыуы евреиса дүрткел пальмир фарсы-арамей I нәбати раввин эстрангело мандеи якобит манихеи сирии-палестина евреиса курсив езид каршуни .

пәһләүи соғоди несториан уйғыр ғәрәп хорезм орхон фарсы төрөк авестии афған һ. б.

маньчжур-монгол оирот- -бүрәт 22
Закрыть