Әхмәров Ҡ.3. Башҡорт яҙыуы тарихынан - 2012. Страница 21.

Мәҙәниәт тарихын ғына алғанда ла, халыҡтарҙың «цивили­ зация» дәүеренә күсеүен хәреф-өн яҙыуы ҡулланыу менән бәйләү дөрөҫ булмаҫ ине. Был ваҡытта хәҙерге көндә лә ижек яҙыуы ҡулланған һиндтарҙы, япондарҙы, идеографик яҙыу ҡулланған ҡытайҙарҙы «цивилизациялы түгел» тип иҫәпләргә тура килер ине. Ф. Энгельс үҙенең хеҙмәтен, башлыса, Европа, Америка һәм Австралия халыҡтарының тарихи материалда­ рына таянып яҙған, ә Урта һәм Алыҫ Көнсығыш халыҡтары­ ның тарихи материалдарын бөтөнләй тиерлек файҙаланмаған. Ысынлап та, бында йәшәгән ҡайһы бер халыҡтар өсөн, мәҫә­ лән, япондар өсөн, ижек яҙыуы хәреф-өн яҙыуына ҡарағанда уларҙың тел үҙенсәлектәренә тулыраҡ яуап бирә. Ҡытай теле үҙенсәлектәре лә ҡытай яҙыуын идеографик яҙыуҙан хәреф-өн яҙыуына күсеүгә тотҡарлыҡ итә.

Әлбиттә, хәреф-өн яҙыуы донъялағы бик күп халыҡтар өсөн, һис шикһеҙ, иң уңайлы яҙыу булып иҫәпләнә. Был тел­ дәрҙә өндәр һаны ижектәр һанына ҡарағанда бик күпкә аҙ. Шуға күрә хәреф-өн яҙыуы бик аҙ ғына һандағы билдәләр ярҙа­ мында был халыҡтарҙың телдәрен дөрөҫ итеп биреүҙе тәьмин итә, яҙыуға өйрәнеүҙе, грамота таратыуҙы еңеләйтә. Шулай итеп, хәреф-өн яҙыуы барлыҡҡа килеү донъялағы халыҡтар­ ҙың күбеһенең мәҙәниәт үҫешендә ҙур роль уйнаны.

Бөтә хәреф-өн яҙыуҙарының, икенсе төрлө әйткәндә, хәҙерге алфавиттарҙың боронғо бабаһы булып финикий яҙыуы иҫәп­ ләнә12.

Хәреф-өн яҙыуы ике йүнәлеш менән тарала. Көнсығышта финикий яҙыуы нигеҙендә арамей яҙыуы, ә арамей яҙыуы нигеҙендә Азия халыҡтарының яҙыуҙары барлыҡҡа килә13.

Көнбайышта финикий яҙыуы нигеҙендә — грек яҙыуы, ә грек яҙыуы нигеҙендә Европа халыҡтарының яҙыуҙары барлыҡҡа килә.

12 Финикийлылар бынан 3000 йыл элек Төньяҡ Сирияла Ливан менән Урта диңгеҙ ярҙары буйында йәшәгәндәр.

13 Арамейҙарҙың беренсе ватаны Сирия һәм Месопотамияның көньяғын- дағы ғәрәп далаһы була. Шунан улар беҙҙең эраға тиклем икенсе мең йыллыҡ­ тың уртаһында Сирияға, Палестинаға һәм шунан Месопотамияға күсеп киләләр. Шул халыҡтың яҙыуы арамей алфавиты тип йөрөтөлә. Башта арамей алфавиты финикий алфавитынан бөтөнләй айырылмай тиерлек, ләкин һуңы­ нан — беҙҙең эраға тиклем беренсе мең йыллыҡтың икенсе яртыһында — ара- мейҙар финикий алфавитына бер ни тиклем үҙгәреш индерәләр.

21
Закрыть