Әхмәров Ҡ.3. Башҡорт яҙыуы тарихынан - 2012. Страница 20.

һуҙынҡынан ғына торған йәки тартынҡы менән башланып, һуҙынҡыға бөткән ижектәрҙе генә белдерәләр.

Шуға күрә ижек яҙыуына ҡарағанда уңайлыраҡ булған хәреф яҙыуы барлыҡҡа килә. Ул үҙенең составы һәм ундағы билдәләрҙең мәғәнәһе яғынан төп ике төргә бүленә: 1 ) консо- нант-өн яҙыуы (консонанто-звуковое), бындағы хәрефтәр тар­ тынҡы өндәрҙе генә белдерәләр. Хәреф-өн яҙыуының был төрө беҙҙең эраға тиклем икенсе мең йыллыҡтың һуңғы яртыһында барлыҡҡа килә; 2) вокализацияланған өн (вокализованно­ звуковое) яҙыуы, бындағы хәрефтәр тартынҡы өндәрҙе лә, һуҙынҡы өндәрҙе лә белдерәләр. Хәреф-өн яҙыуының был төрө беҙҙең эраға тиклем беренсе мең йыллыҡтың баштарында барлыҡҡа килә.

Консонант-өн яҙыуы үҙе тағы икегә бүленә: а) саф консо- нант-өн яҙыуы; б) һуҙынҡы өндәр хәрефтәр аҫтына йәки өҫтөнә төрлө билдәләр өҫтәү менән белдерелгән консонант-өн яҙыуы.

Иң боронғо хәреф-өн яҙыуҙарынан египет һәм финикий яҙыуы саф консонант-өн яҙыуы була.

Һуҙынҡы өндәр өсөн айырым хәрефтәрҙе алфавитҡа тәү башлап гректар индерәләр (беҙҙең эраға тиклем беренсе мең йыллыҡтың башында).

Ф. Энгельс, «цивилизация»ға тиклем булған «варварлыҡ» дәүеренең төрлө баҫҡыстарын характерлап, былай тип яҙа: «3. Юғары баҫҡыс. Тимер рудаһы иретеүҙән башланып, хәрефле яҙыуҙы уйлап табыу һәм уны телдән һөйләнеп килгән ижадты яҙыу өсөн ҡулланыу аша цивилизацияға күсә»9.

Дөрөҫ, Ф. Энгельс, йәмғиәт тарихын JI. Морган схемаһы нигеҙендә дәүерҙәргә бүлеү менән бер үк ваҡытта, яңы мате­ риалдар өҫтәлеп, был бүленешкә үҙгәреш индерелеү мөмкинле­ ген дә иҫкәртеп китә10.

Хәҙерге ваҡытта фән, тәүтормош йәмғиәте тарихын өйрән­ гәндә, JI. Морган тәҡдим иткән схеманы ҡулланмай, сөнки JI. Морган тәүтормош йәмғиәте тарихын дәүерҙәргә бүлеү схе­ маһында тик мәҙәниәт баҫҡысын ғына сағылдырып, етештереү һәм етештереү мөнәсәбәттәре үҫеше процесын сағылдырмай11.

9 Энгельс Ф. Семьяның, хосуси милектең һәм государствоның килеп сы­ ғыуы. К. Маркс, Ф. Энгельс, һайланма әҫәрҙәр. II т., Өфө, 1961.196-сы бит.

10 Шунда уҡ. 189-сы бит.

11 Большая Советская Энциклопедия, статья «Дикость», II изд., том 14, М., 1952. 342-се бит.

20
Закрыть