Әхмәров Ҡ.3. Башҡорт яҙыуы тарихынан - 2012. Страница 18.

4-се һурәт. Йәш Володя Ульяновтың (В. И. Лениндың) үҙенең иптәше Боря Формаковскийға Америка индеецтарының пиктографияһына оҡшатып яҙған хаты глифик, логографик) яҙыуға әйләнә. Идеографик яҙыу (грекса idea — төшөнсә, grapho — яҙам, туп-тура әйткәндә, «төшөнсә­ ләр яҙыуы») беҙҙең эраға тиклем IV—III мең йылдар элек бар­ лыҡҡа килә.

Ҡайһы бер телселәр идеографик яҙыуҙың пиктографик яҙыуҙан төп айырмаһы итеп һүрәттәрҙең шартлы билдәләргә әйләнеүен алалар. Әлбиттә, йыш ҡулланыу арҡаһында пикто­ график яҙыуҙағы һүрәттәр ябайлаша баралар һәм күп ваҡытта шартлы билдәләргә әйләнеп китәләр. Ләкин төп айырма билдә­ ләрҙең формаһында түгел, ә шул билдәләрҙең ниндәй мәғәнә аңлатыуҙарына бәйләнгән. Идеографик билдәләр, үрҙә әйтел­ гәнсә, айырым һүҙҙәрҙе йәки уның мәғәнәле киҫәктәрен белде­ рәләр. Быға миҫал итеп хәҙерге көндә ҡулланылған идеограм- маларҙы (фәнни-техник билдәләрҙе) күрһәтеп китеү ҙә етә (чГ— тамыр, О — кислород, © — атом ядроһы һ. б.).

Бынан дүрт мең йыл элек төҙөлгән ҡытай яҙыуы идеогра­ фик системаға ҡоролған. Ҡытай телендә «кеше» тигән һүҙ Л. билдәһе менән (ике аяҡ), ауыҙ — Д, ишек ^ билдәһе менән аңлатыла. Абстракт төшөнсәләр конкрет предметтарҙы белдерә торған билдәләрҙе бергә ҡушыу менән аңлатыла. Мәҫәлән, шул уҡ ҡытай телендә А, (кеше) һәм (ағас) билдәләре бергә
Закрыть