Әхмәров Ҡ.3. Башҡорт яҙыуы тарихынан - 2012. Страница 179.

2. Рим цифрҙарынан һәм датаны белдергән ғәрәп цифрҙарынан һуң рәт һанын белдергән ялғау яҙылмай: X синыф, V бу лек, 1973 йыл, 9 декабрь.

3.1) Ҡылым яһаусы -ла ялғауы бер урында ла дүрт бөгөлөш зако­ нына* буйһонмай, гел бер вариантта ғына йөрөй: ҙурлау, матурлау, ғырлау, тығырлау (тығырлат), дуңғырлау (дуңғырлат); сутанлау, ырғанлау, сыпранлау.

2) Һүҙ эсендә лә дүрт бөгөлөш законы һаҡланмай: бөрлөгән, атсар- лат, төйлөгән, тәгәрлек, үңлек.

3) Үҙе бер бөтөн булып нығынған -ылда ялғауы, борондан ҡатып ҡалған айырым һүҙҙәр генә шул законға яраҡлашҡан көйө ҡала: ахылдау, шатылдау, ғырылдау; урындыт, тарындыт һ. б.

V. Ҙур хәрефтәр яҙылышы Ҙур хәреф менән башлап яҙыла: 1 . Һөйләм башындағы һүҙҙәр.

2. Яңғыҙлыҡ исемдәр һәм ҡушаматтар: Өфө, Урал, Рәшит Ниғ­ мәти, Әсхәл Әхмәт-Хужа, Атъял батыр; Юпитер, Галактика; Аттырнат, Ҡарағолат һ. б.

И ҫкәрмә: Ҡояш, ер, ай һүҙҙәре күк есеме булараҡ атап әйтел­ гәндә ҙур хәреф менән, башҡа ваҡытта бәләкәй хәреф менән яҙыла: Ерҙең барлытта килеүе, Ҡояштағы таптар, ләкин тояш сытты, ер йәшәрҙе.

3. Төрлө ойошма һәм предприятиеларҙың бер нисә һүҙҙән торған атамаһындағы тәүге һүҙ: Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты, Баш- торт дәүләт академия драма театры, Башторт дәүләт медицина университеты һ. б.

Иҫкәрмә: Бер нисә һүҙҙән яһалған иң юғары дәүләт органдары­ ның, иң мөһим халыҡ-ара ойошмаларҙың, шулай уҡ ил-дәүләттәрҙең ҡатмарлы атамаһындағы һәр атама һүҙ ҙур хәреф менән башлап яҙыла: Баштортостан Республикаһы, Баштортостан Республи­ каһы Хөкүмәте, Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы һ. б.

4. Илдәге юғары вазифа атамалары һәм хөрмәт исемдәре: Дәүләт Думаһы, Баштортостан Республикаһы Президенты, Баштортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе, Башторто­ стан Республикаһы Премьер-министры, Советтар Союзы Геройы һ. б.

5. Илдәге байрам, таныҡлы дата һәм мөһим ваҡиғаларҙы белдер­ гән атамаларҙың тәүге һүҙе: Белем көнө, Апрель конференцияһы, Яңы йыл байрамы һ. б.

Дата менән аталған байрам исемендәге һан цифр менән бирелһә — ай исеме, һүҙ менән бирелһә — икеһе лә ҙур хәреф менән яҙыла: 8 Март байрамы — Һигеҙенсе Март байрамы.

6. Бер нисә һүҙҙең хәрефенән ҡыҫҡартып яһалған атамалар: РФ, БР, БМО, БДПУ һ. б.

179
Закрыть