Әхмәров Ҡ.3. Башҡорт яҙыуы тарихынан - 2012. Страница 178.

3. Рус телендәге -ев, -ин формалары менән яһалған башҡорт фамилияларына, нигеҙе нәҙек булһа, нәҙек ялғау, нигеҙе ҡалын булһа, ҡалын ялғау ҡушыла: Исмәғилевте, Ғәлиевкә, Әхмэтшингә; Байышевтан, Юлдашевна, Мостафиндың, Сафинды һ. б.

Г. Ғәрәп-фарсы телдәренән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең һуңғы ижеге -и- менән килеп, унан алдағы ижеге ҡалын булһа, ҡалын ялғау ҡушыла: ғалим — ғалимды, ғашиҡ — ғашиктар, тарих — тарихта, мәғариф — мәғарифта, шаһит — шаһит ты, Ҡадир — Ҡадирға, Шафик — Шафик ты у Харис — Харистан, Камил — Камилға.

Ғ. 1. Аҙағы -ск, -нг, -нк менән бөткән һүҙҙәргә ялғау ҡушҡанда, ике араға -ы- ҡуйып яҙыла: отпуск — отпускыла, диск — дискыны, пропуск — пропускыға; лозунг — лозунгылар, лозунгыһы; митинг — митингыға, митингыһы; танк — танкыны, танкыһы; банк — бан­ кыла, банкыһы һ. б.

Шул уҡ -ск менән бөткән ҡала исемдәренә ялғау ҡушҡанда -и- өҫтәп яҙыла: Омск — Омскиға, Минск — Минскиҙа.

2. Аҙағында -сть, -ст, -фт, -зд торған һүҙҙәргә ялғау ҡушҡанда, һуңғы -т, -ть, -д төшөп ҡала: трест — треска, солист — солисы, атеист — атеистың, текст — текста; власть — власка, во­ лость — волоста; ландшафт — ландшафы, шрифт — шрифы; поезд — поезға, подъезд — подъезға.

Ә яңғыҙлыҡ иҫемдәрҙә -т һаҡлана: Кронштадт — Кронш- тадтта, Шмидт - Шмидтты, Брест — Брестка.

3. Һүҙ аҙағындағы ҡуш тартынҡының береһе ялғау ҡушҡанда төшөп ҡала: кросс — кроска, металл — металы, грамм — грамдың, грипп — гриптан, ватт — ватты.

Ә яңғыҙлыҡ иҫемдәрҙә аҙаҡтағы ҡуш тартынҡы һаҡлана: Дон­ басс — Донбасста, Томас Манн — Томас Манндың.

4. Аҙағы -пп, -кк менән бөткән һүҙҙәргә һуҙынҡы менән башланған ялғау ҡушҡанда, тороп ҡалған бер -п һәм -к башҡа һүҙҙәрҙәге кеүек үк, -б, -г хәрефенә күсә: грипп — грибы һ.б.

5. Аҙағы -и, -у, -ю(у) менән бөткән сит һүҙҙәргә, һуңғы өн һуҙынҡы итеп түгел, дифтонгылаштырып әйтелгән өсөн, -ҙ менән башланған ялғау ҡушыла: такси - таксиҙар, таксиҙа; Баку — Бакуҙан, Баку- ҙың; меню — менюҙан, менюҙы һ. б.

Шул һүҙҙәрҙең аҙағы -и менән бөткәндәренә эйәлек ялғауы ҡуш­ ҡанда, араға -й- ҡуйып яҙыла: йөк таксийы, католиктарруханийы.

6. Аҙағы ҡаты -к, -г менән бөткән сит һүҙҙәргә -к менән башланған ялғау ҡушыла: барак — баракка, металлург — металлургка һ. б.

Д. Ҡыҫҡартылған һүҙҙәргә ялғау тулы әйтелешенә түгел, ҡыҫҡа әйтелешенә ҡарап ҡушыла; һүҙ менән ялғау араһында һыҙыҡса ҡу­ йыла: РФ-ның, БР-ҙа,АҠШ~ка.

Е. 1. Цифрҙарға ялғау һыҙыҡса аша ҡушыла: 5-се, 6-ға, 10-ды.

178
Закрыть