Әхмәров Ҡ.3. Башҡорт яҙыуы тарихынан - 2012. Страница 175.

в) ҙурайғандан-ҙурая, кыҫкарғандан-кыҫкара, көсәйгәндән-кө­ сәйә, кыҙғандан-кыҙа; г) куҙгә-куҙ (ҡарап), кулға-кул (тотошоп) һ. б.

13. Ике сик араһын белдергән һүҙҙәр һәм һандар һыҙыҡ аша яҙыла: Өфө — Мәскәу поезы, 1976 — 1980 йылдар, 4—5 метр һ. б.

§ 33. Яңғыҙлыҡ исемдәр һәм атамалар яҙылышы А. 1. Ер-Һыу атамаларының диалекталь фонетик үҙенсәлектәре әҙәби телгә үҙгәртелмәй алына: Атауҙы (күл), Һаттыҡ (ауыл), Сур­ танды (күл), Үләнде (күл), Таҙлар (ауыл) һ. б.

2. Ер-Һыу атамаларының төп атама өлөшөнә ингән бөтә һүҙҙәр ҡушып яҙыла: Атсабар (ауыл), Баламйәбеш (тау), Биштәкә (ауыл), Буралған (тау), Һыйырғаскан (тау), Алайғыр (ауыл).

3. Ике үҙ аллы атаманан ҡушарлап яһалған ер-һыу атамала­ рының һәр өлөшө ҙур хәреф менән һыҙыҡса аша яҙыла: Ҡолтай- Ҡаран (ауыл), Еҙем-Ҡаран (ауыл), Ҡаран-Ҡуңкас (ауыл), Ҡып- сак-Аскар (ауыл), Ҡаңны-Төркәй (ауыл) һ. б.

4. Ер-Һыу атамаһына аныҡлаусы булып килгән һүҙҙәр ҙур хәреф менән айырым яҙыла: Оло Эйек, Кесе Эйек (йылғалар), Беренсе Эткол, Икенсе Этҡол (ауылдар), Иҫке Ҡаратаулы, Яңы Ҡара­ таулы, Үрге Йәркәй (ауылдар) һ. б.

Ләкин аныҡлаусы үҙ мәғәнәһен һәм баҫымын юғалтып, аныҡла­ ныусы менән бергә бер бөтөн атама яһауҙа ҡатнашһа, ҡушып яҙыла: Һарығамыш (ауыл), Ҡараяҡуп (ауыл) һ. б.

5. Төп атамаға эйәреп килгән терминдар бәләкәй хәреф менән айы­ рым яҙыла: Урал тауы, Һакмар йылғаһы, Салауат Юлаев прос­ пекты, Әй урамы, Пушкин бульвары һ. б.

Ләкин шул терминдар эйәлек ялғауын юғалтып, төп атама менән ҡушылһа, бергә яҙыла: Ҡарауылтау, Ямантау, Стәрлетамак, Аркауыл, Яңауыл, Ағиҙел, Аккул, Уралтау һ. б.

Иҫкәрмә: Аҡ диңгеҙ, Ҡара диңгеҙ, Ҡыҙыл диңгеҙ, Һары диңгеҙ кеүек рус теленән алынған атамалар айырым яҙыла.

Б. 1. Төрлө ойошма атамаларының һәм башҡа яңғыҙлыҡ исемдәр­ ҙең төп өлөшө ҙур хәреф менән, уға эйәреп килгән терминдар бәләкәй хәреф менән яҙыла: Өфө дәуләт нефть техник университеты, Бело­ рет металлургия комбинаты, Өфө ғилми уҙәге, Башкортостан фән­ дәр академияһы һ. б.

2. Шартлы исемдәр тырнаҡ эсенә алына: «Ирәндек» магазины, «Ҡарлуғас» ательеһы һ. б.

Ошо иҫәптән гәзит, журнал, китап, әҫәр исемдәре, төрлө машина һәм башҡа нәмәләрҙең шартлы атамалары ла ҙур хәреф менән яҙы­ лып, тырнаҡ эсенә алына: «Ағиҙел» журналы, «Башкортостан» гәзите, «Ҡан» романы, «Союз-5» карабы, «Ромашка» кәнфите һ. б.

175
Закрыть