Әхмәров Ҡ.3. Башҡорт яҙыуы тарихынан - 2012. Страница 172.

Иҫкәрмә: Шул уҡ яҡ менән килгән һүҙҙәрҙең ҡалғандары, ике аралағы грамматик мөнәсәбәт һәм һәр береһенең үҙ баҫымы һаҡлан­ ған өсөн, айырым яҙыла: арғы ят, бирге яҡ, аҫ яҡ, өҫ яҡ, ос яҡ, төп яҡ, ур яҡ, тубэн яҡ, уң яҡ, һул яҡ, арт яҡ, ал яҡ, ян яҡ һ. б.

2. Эйәлек мөнәсәбәте менән яһалып та, аҙағындағы эйәлек ялғауы юғалған булғанда: балғалат (бал талағы урынына), гөлйемеш, китапхана, толонтойрот (үлән), тулъяҙма, тулъяулыт, һабантуй, һабантурғай һ. б.

3. Ике һүҙ араһындағы мәғәнә мөнәсәбәте юғалып, бер һүҙ берәме­ генә әүерелгәндә* барыбер, быйыл, бөгөн, берук (мәҫәлән, берук кешегә әйтмә, ләкин бер ук кеше) һ. б.

4. Исем менән сифат ҡылымдан йәки -ыш ялғаулы исем ҡылым­ дан яһалған атама булғанда: елғыуар, һыубаҫар, йөҙйәшәр, илгиҙәр, юлбаҫар, урынбаҫар, көнбайыш, көнсығыш, көнкуреш һ. б.

5. Туғанлыҡ-ҡәрҙәшлек атамалары: тәйенбикә, тәйенһеңле, тай- наға, олатай, өләсәй һ. б.

6. Кеше исемдәре һәм хайуан ҡушаматтары: Алмабикә, Алсын- бикә, Атйегет, Әхмәтғәли, Миңлеғәли, Шәрифйән, Атбаш (һыйыр), Аттуш, Еҙтырнат, Ҡарағолат, Ертыңлар, Кулуртлар, Тауҙытау- ғаһуғар (әкиәт батырҙары).

7. Руссаға оҡшатып яһалған терминдар: өҫторма, тәушарт, уҙ- идара, уҙйөрөшлө, тәутормош, уҙтиммәт, уҙешмәкәр, ысынбарлыҡ, ярымсул, ярымутрау һ. б.

8. Бергә яҙылған ҡушма һүҙҙәр үҙ-ара түбәндәгесә ялғана: 1) Уларҙың икенсе өлөшө айырым йөрөгәндә е- хәрефе менән баш­ лап яҙылған булһа, ҡушма һүҙ эсендә дөйөм ҡағиҙәгә буйһоноп, -йе- итеп яҙыла: Атйегет, Гөлйемеш, Баййегет, Меңйетәр.

2) Тәүге өлөшөнөң аҙағындағы йәки икенсе өлөшөнөң башындағы ҡ-/к- өндәре һуҙынҡы уртаһында ҡалһа, әйтелештәгесә -ғ-/-г- итеп яҙыла: Ағиҙел, тарағалпат, тарағош, терегөмөш, Ҡарағолат.

3) Тәүге өлөшөнөң аҙағындағы һуҙынҡынан һуң -р, -л, -у, -ҙ, -й өн­ дәренең береһе килеп, икенсе өлөшө ҡ-/к- менән башланһа, ҡ-/к- әй­ телештәгесә -Ғ-/-Г- итеп яҙыла: ярғанат, тыҙылғанат, балғалат, елғыуар, һигеҙгуҙ, айғолат.

4) Урталағы йәнәшә килгән ике һуҙынҡының береһе төшөп ҡала: Ҡариҙел, олатай, тарағас һ. б.

Б. Айырып яҙыу. Икеһе бергә теүәл бер төшөнсә белдерһә лә, үҙ- ара грамматик мөнәсәбәттәрен юғалтмаған, бер һүҙ берәмегенә әүерел­ мәгән, һәр береһе үҙ баҫымы менән әйтелгән ҡушма һүҙҙәр айырып яҙыла.

1. Тәүге һүҙ аныҡлаусы мәғәнәһен һаҡлағанда йәки бер нәмәне икенсеһенән айырып килгәндә: а) бала сат (мәҫәлән, бәхетле бала сат), ат турғаш, тара тур- ғаш, тара тарға, суйыр таш, һоро кумер; тимер юл, таш кумер; баш 172
Закрыть