Әхмәров Ҡ.3. Башҡорт яҙыуы тарихынан - 2012. Страница 171.

3. Аҙағы -ыш/-еш, -ош/-өш менән бөткән һүҙҙәрҙән -ай/-әй ялғауы ярҙамында ҡылым яһалғанда, һуңғы ижектәге -ы-/-е-, -о- /-е- төшөп ҡала: аңыш — аңшайыу, бәлеш — бәлшәйеу, кәуеш — кәушәйеу, са­ лыш — салшайыу, кыйыш — 'ҡыйшайыу һ. б.

В. Тартынҡы өнгә бөткән һүҙҙәргә -раҡ/-рәк ялғауы ҡушылған­ да, ялғау алдына -о-/-ө-, - ы - / - е - хәрефтәре ҡуйып яҙыла: төҙ — төҙө- рәк, оҙон — оҙонора'к, аҙ — аҙырак, алыҫ — алыҫыраҡ, куп — куберәк.

Г. 1. һүҙ эсендәге -нг-/-нғ-, -нк-/-нҡ- һәм -ңг-/-ңғ-, -ңк-/~ңҡ- ҡуш тартынҡыларында -н-, -ң- хәрефтәренең яҙылышы түбәндәгесә билдә­ ләнә: Әгәр ул -н өнөнә бөткән нигеҙҙән -ге/-ғы, -ке/-ҡы ялғауҙары менән яһалған һүҙ булһа, -н- менән яҙыла: алдын — алдынғы, борон — бо­ ронғо, тубән — тубәнге, бошон— бошонко, которой— которонко, тартын— тартынкы һ. б.

Нигеҙ һүҙҙең эсендә булһа, -ң- менән яҙыла: диңгеҙ, зәңгәр, караңғы, корсаңғы, мәңге, саңғы, сәңгелдәк, һаңғырау, тәңкә, өйәңке һ. б.

2. Аҙағы -ң- менән бөткән оҡшатыу һүҙҙәренән -ғыра ялғауына ҡушып яһалған ҡылымдарҙа һәм шул ҡылымдан яһалған иҫемдәрҙә -ғ- хәрефе һаҡлана: яңғыра-, сыңғыра-, кыңғырау һ. б.

Ғ. Һүҙ эсендә йәки аҙағында -н өнөнән һуң -б, -м өндәренең береһе килһә, -н өнө -м булып ишетелә, ләкин яҙғанда -н яҙыла: ун бер, бар­ ғанмын һ. б.

1. Башҡорт теленә рус яҙма теленән ингән һүҙҙәрҙең тамыр һәм нигеҙ өлөштәре рус орфографияһы нигеҙендә яҙыла: революция, идея, океан, клуб һ. б.

2. Башҡорт теленә инеп, фонетик яҡтан үҙләшеп бөткән рус һүҙ­ ҙәре башҡортса әйтелешендә яҙыла: дисәтинә, калуш, карап, кара­ уат, кеуәҫ, көршәк, матрас, милтә, мисәт, перәник, пинжәк, сажин, ялыу, кәнфит, кәрзин, кәструл, кукуруз, минут, әлиф, бумазый, лам­ пасый, эшләпә, ыҫмала һ. б.

§ 32. Ҡушма һүҙҙәр яҙылышы А. Ҡушып яҙыу. Үҙ-ара грамматик мөнәсәбәттәрен юғалтып, берәй нәмәгә йәки бер бөтөн төшөнсәгә атама булып киткән, бер һүҙ берәмегенә әүерелгән ҡушма һүҙҙәр ҡушып яҙыла.

1. Тәүге һүҙе аныҡлаусы мәғәнәһен юғалтып, икеһе бергә бер атама булып киткәндә: а) айғолак, айыуғорт, ағалтын, йыланбалыҡ, сумесбаш; акба- лыҡ, аккош, актамыр (үлән), акһакал (ырыу уҙаманы), акһөйәк (юғары ҡатлам кешеһе), алабуға, алабута, билбау, карабойҙай, карағалпак (халыҡ исеме), карағас, карағат, карағош, ҡыҙылға­ нат, сәмреғош, терегөмөш, тораташ, хужабикә, һынташ, янартау, ярғанат, бишбармак (аш), оскат (ағас), һигеҙгуҙ (һөйәк), меңъяпрак (үлән), өсмөйөш (геометрик фигура) һ. б.

б) көнъяк, төньяҡ, аръяҡ, бирьяҡ.

171
Закрыть