Әхмәров Ҡ.3. Башҡорт яҙыуы тарихынан - 2012. Страница 17.

3-сө һүрәттә Төньяҡ Америка индеецтарының Америка Ҡушма Штаттары президентына 1849 йылда яҙған ғаризаһы. Был ғаризала улар үрге күлдән күрше күлгә күсергә рөхсәт һорайҙар. Яҙыу түбәндәгесә аңлатыла: «индеецтарҙың ете ырыуы бөтәһе лә һорай» — һәр бер ырыуҙың үҙенең символы бар: балыҡ, кеше, ҡондоҙ, көнгөрә, торна һ. б. Баштарҙы, йөрәктәрҙе бергә тоташтырған һыҙыҡтар үҙҙәренең һорауҙарын «тулы ризалыҡ һәм бер фекерҙә тороп ебәрәбеҙ» тигән мәғәнәне аңлата. Торна ырыуы башлығының күҙе бер үк ваҡытта ике яҡҡа ҡараған: береһе — бөйөк кешегә, йәғни президентҡа, икенсеһе ғаризала әйтелгән күлдәргә йүнәлдерелгән.

Пиктографик яҙыу ҡайһы бер осраҡтарҙа хәҙерге көндә лә ҡулланыла (мәҫәлән, ҡала урамында йөрөү ҡағиҙәләрен белдер­ гән күрһәткестәр, төрлө оҫтаханалар һәм ателье алтаҡталарын- дағы), йәштәр, үҙ-ара шаярып хат яҙышҡанда, йыш ҡына пиктографик яҙыу ҡулланалар.

Рәсәй социаль-сәйәси дәүләт архивында йәш Володя Улья- новтың (В. И. Лениндың) үҙенең иптәше Боря Формаковскийға яҙған пиктографик хаты һаҡлана. Туҙға яҙылған был хат (4-се һүрәт) Төньяҡ Америка индеецтарының Америка Ҡушма Штаттары президентына яҙған билдәле ғаризаларын (3-сө һүрәт) хәтерләтә. Алты һүрәт (самауыр, ҡыҫала, тауис һ. б.) балаларҙың үҙ-ара шаярып ҡушҡан ләҡәп исемдәре булырға тейеш; был һүрәттәрҙең баштарын, йөрәктәрен бергә ҡушҡан һыҙыҡ фекер берлеген күрһәтә; был һыҙыҡтар һыу ҡойоноп ятҡан ҡара һаҡаллы кешегә барып тоташҡан, балаларҙың һорауы шул кешегә йүнәлдерелгәнлеген аңлата булһа кәрәк; балаларҙың нимә һорауҙары хаттың уң яғындағы һүрәттәр менән белдерелә: һунарсылар булып уйнап асыҡҡан балалар (ҡораллы алты кеше фигураһы һәм айыу һүрәте) һыу ҡойоноп ятҡан кешенән өйгә ҡайтып (өй һүрәте) үҙҙәрен ашатыуҙы һорайҙар (колбаса, кувшин, икмәк; эйелеп, шул ашамлыҡтарға аңшайып ҡарап торған алты бала йөҙө, һорау билдәһе). Хаттың юғары өлөшөндә ятҡан бала, әгәр балаларҙың һорауы ҡабул ителмәһә, шундай хәл булыуы мөмкинлеген күрһәтә6.

һүрәттәр йыш ҡулланыу арҡаһында бара-бара айырым һүҙ­ ҙәрҙе (йәки уның мәғәнәле киҫәктәрен) белдерә башлау менән пиктографик яҙыу идеографик (икенсе төрлө әйткәндә, иеро- 6 Истрин В. А. Возникновение и развитие письма. М., 1965. 79—80-се б.

17
Закрыть