Әхмәров Ҡ.3. Башҡорт яҙыуы тарихынан - 2012. Страница 167.

Я — я хәрефе башҡорт һүҙҙәрендә йа ишетелгән урындарҙа, ә рус әҙәби теленән ингән һүҙҙәрҙә рус теле орфографияһы нигеҙендә яҙыла: а) яр, ял, яй, ярыш, аяҙ, аяҡ, таяҡ, маяҡ; б) тай — тая, псуй — ҡуя; в) якорь, Рязань, Галя.

III. Тартынҡылар яҙылышы* § 14. Б — б А. Б — б хәрефе б өнө ишетелгән урындарҙа яҙыла: бысаҡ, бәке, беше, балаҫ, быяла, бойҙай, балан, бала, быйыл.

Б. Рус әҙәби теленән ингән һүҙҙәрҙәге б һәр ерҙә һаҡлана: багаж­ ник, бакен, герб, клуб, лаборант, обсерватория, штаб.

§15. В — в В — в хәрефе башҡорт һүҙҙәрендә һүҙ башындағы ирен тартын­ ҡыһы у — ү урынына, ә рус әҙәби теленән ингән һүҙҙәрҙә рус теле орфографияһы нигеҙендә яҙыла: а) ваҡ:, ваҡлыҡ:, ваҡиға, ваҡыт, ватан, вәғәҙә, Вәли; б) велосипед, вагон, венгр, вокзал, автомобиль, автор, архив, Кавказ.

§ 16. Г — г Г — г хәрефе башҡорт һүҙҙәрендә нәҙек ижектәрҙә генә, ә рус әҙәби теленән ингән һүҙҙәрҙә ҡалын ижектәрҙә лә, нәҙек ижектәрҙә лә яҙыла: гөл, өлгөр, һиҙгер, тугел, һигеҙ, тигеҙ, география, бригада, зоо­ логия, грамматика, лозунг, флаг, газ, гектар, гараж, митинг.

§ 17. Ғ — ғ Ғ — ғ хәрефе ҡалын ижектәрҙә лә, нәҙек ижектәрҙә лә яҙыла: ағас, һағыҙ, сәғәт, ҡәнәғәт, мәғәнә, ғәҙәт, ғумер, ғәжәп, ғәфу, яға, саған, бағана, Ғәлим, Ғәлимә.

§ 18. Д — д А. Д — д хәрефе ҡалын ижектәрҙә лә, нәҙек ижектәрҙә лә яҙыла: Дим, дала, дана, дары, дауа, даға, донъя, дым, доктор, псондоҙ, көндөҙ, падишаһ.

Б. Рус әҙәби теленән ингән һүҙҙәрҙәге д һәр ерҙә һаҡлана: отряд, завод, команда, метод, доклад, медик, педагог.

§13. Я — я * Яҙылышы бөтә урында ла бер төрлө булған хәрефтәр бында бирелмәне.

167
Закрыть