Әхмәров Ҡ.3. Башҡорт яҙыуы тарихынан - 2012. Страница 166.

§ 8. У — у, Ү — ү A. У — у хәрефе ҡалын ижектәрҙә яҙыла: ур, уҙ, ут, Урал, уйһыу, ултырыш, уңыш, усак, уяу, буйлы, буҫтау, дуҫ, тсуҙапс, суртан, тур­ ғай, матур.

Б. Ү — ү хәрефе нәҙек ижектәрҙә яҙыла: улән, ур, ут, уткер, бү­ ҙәнә, бүлмә, бүләк, дүрткел, күлдәк, күңелле, күл, күн, һуҙ.

B. Шул уҡ у — ү хәрефтәре һүҙ уртаһында һәм аҙағында ирен тар­ тынҡыһын да белдерә һәм башҡорт телендәге ҡалын һүҙҙәрҙә у, нәҙек һүҙҙәрҙә ү менән бирелә: а) ауыл, дауыл, тауар, тауыш, яуын, һыу, быу, хайуан; б) әүен, рәүеш, әүәләү, кәүҙә, кейәү.

Г. Исем ҡылым ялғауы -ыу — -еү, -оу — -өү рәүешендә яҙыла: барыу, килеү, -ҡайтыу, күреү, йонсоу, тойоу, йөрөү, йөҙөү.

§ 9. Ы — ы Ы — ы хәрефе башҡорт һүҙҙәрендә ҡалын ижектә, ә рус әҙәби те­ ленән ингән һүҙҙәрҙә рус теле орфографияһы нигеҙендә яҙыла: ыла­ сын, ырғапс, ырҙын, ихтыяр, хыял, кыяр, шыма, зыян, музыка, Сызрань.

§ 10. Э — э Э — э хәрефе башҡорт һүҙҙәрендә э өнө ишетелгән урындарҙа һүҙ башында ғына, ә рус әҙәби теленән ингән һүҙҙәрҙә рус теле орфогра­ фияһы нигеҙендә яҙыла: а) эл, элек, эш, эшсе, элемтә, эре, эркет, эйә, эйәләшеү; б) электр, экран, экскурсия, аэростат, поэма.

§11.Ә — ә Ә — ә хәрефе һүҙҙең нәҙек ижектәрендә яҙыла: әрем, әрәмә, бәке, бәләкәй, әйт, әйтелеш, тәҙрә, мәғәнә, мәл, мәрәкә, кәләм, Ғәлимә, сәғәт, Бәләбәй, мәпсәл, мәкәлә, мәрмәр, бәрхәт, бәрәкәт, әһәмиәт, вәғәҙә.

§12. Ю — ю Ю — ю хәрефе йу ишетелгән урындарҙа һәм рус теленән ингән һүҙ­ ҙәрҙә рус орфографияһындағыса яҙыла: а) юл, юҡ, юрған, юлдаш, юғары, юйғыс, Юлай; б) юстиция, юрист, юбилей, июнь, июль, резолюция, компьютер, Люксембург, бюллетень, бюро, меню.

166
Закрыть