Әхмәров Ҡ.3. Башҡорт яҙыуы тарихынан - 2012. Страница 163.

Иҫкәрмә. Һүҙҙәрҙең беренсе өндәренән ҡыҫҡартып яһалған уртаҡлыҡ исемдәр бәләкәй хәреф менән яҙылалар: вуз, рик.

г) бер нисә һүҙҙән торған яңғыҙлыҡ исемдәрҙең беренсе һүҙе: Башҡорт педагогия институты, Борай ауыл совете; Иҫкәрмә. 1) Бер нисә һүҙҙән торған яңғыҙлыҡ исемдәрҙең үҙҙәренең эсендә тағы яңғыҙлыҡ исемдәр булһа, улар ҙа ҙур хәреф менән башлап яҙыла: «Совет Башҡортостаны» гәзите, Яңы Хәлил ауылы.

2) Партия һәм хөкүмәт юғары (Бөтә Союз, республика, әлкә) органдары исемдәренең (Верховный Совет, министерство лар, суд һ. б.) һәр бер һүҙе ҙур хәреф менән башлап яҙыла: ВКП(б) Үҙәк Коми­ тете, СССР Верховный Совете Президиумы, ВКП(б)-ның Башҡорт­ остан Әлкә Комитете, Башҡорт АССР-ы Верховный Совете, Башҡорт АССР-ы Министрҙар Совете, РСФСР Верховный Суды, Совет Армияһы, Башҡорт АССР-ы Мәғариф Министерствоһы.

д) сифат урынында килгән яңғыҙлыҡ исемдәр: Стаханов методы (стахановский метод); е) ике нөктәнән һуң килгән тура телмәрҙең, шулай уҡ диалогтарҙа һыҙыҡтан һуң килгән һөйләмдәрҙең беренсе һүҙҙәре.

69. Халҡ, тел, ай, көн исемдәре бәләкәй хәреф менән яҙылалар: рус халҡы, рус теле, башҡорт теле, октябрь айы, йома көн.

Ҡушымта III БАШҠОРТ ӘҘӘБИ ТЕЛЕНЕҢ АЛФАВИТЫ ҺӘМ ОРФОГРАФИЯҺЫ (Башҡорт АССР-ы Верховный Советы Президиумының 1981 йылдың 23 октябрь Указы менән раҫлана) I. Алфавит һәм орфография принциптары 1. Башҡорт әҙәби теленең алфавиты рус графикаһы нигеҙендә төҙөлгән. Рус алфавитындағы бөтә хәрефтәр үҙ яҙылышынса рус алфавитындағы тәртиптә алынған. Башҡорт теленең һ һәм ә өндәре­ нән башҡа үҙенә хас өндәре рус алфавитындағы әйтелештәре яҡын булған өндәр өсөн ҡулланылған хәрефтәрҙән сығып, түбәндәгесә яһал­ ған: ғ, ҙ, ҡ, ң, ҫ, ү, ө.

һ һәм ә өндәре өсөн шул уҡ һ, ә хәрефтәре алынған.

2. Башҡорт теленең орфографияһы башҡорт әҙәби теленә нигеҙ­ ләнә.

3. Башҡорт теленең орфографияһы рус әҙәби теленән ингән һүҙ­ ҙәрҙең фонетик, морфологик һәм график үҙенсәлектәрен иғтибарға алыу нигеҙендә төҙөлә.

163
Закрыть